Йәмғиәт
15 Октября 2024, 09:00

Ун туғыҙынсы тапҡыр артты

Бөгөн, 15 октябрҙә, «Башнефть» яғыулыҡ ҡойоу станцияларында бензин ҡиммәтләнгән.

Ун туғыҙынсы тапҡыр арттыУн туғыҙынсы тапҡыр артты
Ун туғыҙынсы тапҡыр артты

 Хәҙер АИ-92 автоһәүәҫкәрҙәргә – 51,85 һумға (+5 тин), ATUM – 92 52,95 һумға (+5 тин), ATUM-95 56,45 һумға (+10 тин) төшә. Дизель яғыулығының хаҡы ғына үҙгәрмәгән – бер литры 63,85 һум тора.

«Башнефть» компанияһында 6 октябрҙә генә хаҡтар артҡайны. Шулай итеп, 28 майҙан башлап был яғыулыҡтың хаҡы 19-сы тапҡыр күтәрелгән.

Автор:
Читайте нас