Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Октябрь , 09:44

Ил Президенты Башҡортостанды илдең үҙенсәлекле төбәктәренең береһе тине

Рәсәй Президенты Владимир Путин Өфө һәм Башҡортостан халҡын баш ҡаланың 450 йыллыҡ юбилейы менән ҡотланы.

Ил Президенты Башҡортостанды илдең үҙенсәлекле төбәктәренең береһе тине
Ил Президенты Башҡортостанды илдең үҙенсәлекле төбәктәренең береһе тине

«Быйыл Өфө үҙенең 450 йыллығын билдәләй. Ҡала һәм республика халҡын ошондай әһәмиәтле ваҡиға менән ҡотлайым», — тине дәүләт башлығы «Рәсәй — спорт державаһы» халыҡ-ара форумындағы сығышында.

Башҡортостан «илдең иң үҙенсәлекле төбәктәренең береһе» булып тора, тип билдәләне президент.

Ул шулай уҡ республика халҡына ил үҫешенә тос өлөш индергәне — хәрби, хеҙмәт, фәнни һәм спорт ҡаҙаныштары өсөн рәхмәт белдерҙе.

«Форумда ҡатнашыусылар данлыҡлы башҡорт ҡунаҡсыллығын лайыҡлы баһалар, ошо һоҡланғыс, боронғо төбәктең тарихы, уның үҙенсәлекле мәҙәни мираҫы, спорт традициялары һәм заманса ҡаҙаныштары менән ҡыҙыҡһынып танышыр тип ышанам», — тине Владимир Путин.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 17-19 октябрҙә Өфөлә «Рәсәй — спорт державаһы» халыҡ-ара спорт форумы бара.

Автор:
Читайте нас: