Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Октябрь , 17:46

Башҡорт аты еңеп ҡайтты!

11–13 октябрҙә Мәскәүҙә IX “Атлы Рәсәй 2024” халыҡ-ара күргәҙмә үтте. 

Башҡорт аты еңеп ҡайтты!
Башҡорт аты еңеп ҡайтты!

Рәсәй чемпионатында илебеҙҙәге абориген тоҡомдар аттары араһында (Гранд Манежбашҡорт тоҡомонан булған, “Башҡорт аты” халыҡ-ара фестивалендә беренсе урын алған Алан ҡушаматлы ат (хужаһы Альбина Ғәлимова) үҙ төркөмөндә еңеү яуланы, шулай уҡ илебеҙҙәге абориген тоҡомдар аттары араһында абсолют чемпион булды.

Башҡорт аттары Мәскәү өлкәһенең "Maxima Stables" ат спорты комплексында үткән “Атлы Рәсәй” халыҡ-ара күргәҙмәһендә ҡатнашты. Конкурс ике этапта үтте. Беренсеһендә бөтә аттар зоотехник эксперт баһаһына (бонитировкаға) тәҡдим ителә. Икенсе этап булып ринг-сығарыу тора, унда судьялар 10 баллы шкала буйынса аттың төрөн, кәүҙә төҙөлөшөн һәм хәрәкәт сифатын баһалай.

– Малҡайҙарға булған оло һөйөү һәм күп көс һалыу ошондай юғары еңеүгә өлгәшеүгә килтерҙе. Альбинаға һәм уның атына артабанғы еңеүҙәр теләйбеҙ, – тип белдерҙе Белорет район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Олеся Иҙрисова.

Фото: Белорет районының ауыл хужалығы консультация үҙәге.

Автор:
Читайте нас: