Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Октябрь , 16:35

" Инвестиция сәғәттәре - бизнесты үҫтереү өсөн ҡеүәтле инструмент"

"Рәсәй - спорт державаһы" форумы барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Көрәш һарайында Урал спорт инвентары заводы стендын ҡараны.

" Инвестиция сәғәттәре - бизнесты үҫтереү өсөн ҡеүәтле инструмент"
" Инвестиция сәғәттәре - бизнесты үҫтереү өсөн ҡеүәтле инструмент"

Белореттағы был предприятие спорт тренажерҙары етештерә. Уларҙың ҡайһы берҙәре - уникаль, илдә башҡа бер ерҙә лә бындай әйберҙәр етештерелмәй.

- 2019 йылда адаптив тренажерҙар етештереү буйынса проектты башлап ебәрҙек. Ә 2023 йылда "Армит" заводына барҙыҡ, был беҙҙе бәләкәй ҡойоу производствоһы проектын тормошҡа ашырыуға рухландырҙы. Һөҙөмтәлә "Голкаст" заводы асыла - был республика башлығы ҡатнашлығында ғына мөмкин була. Радий Хәбировҡа мөрәжәғәт иттек, һәм ул беҙҙе хупланы! Беҙ Сәнәғәтте үҫтереү фондынан кредиттар, Төбәк лизинг компанияһы һәм Башҡортостан микрокредит компанияһынан ярҙам алдыҡ. Газ һәм электр энергияһы тиҙ арала тоташтырылды, - ти һөйләй предприятиеның генераль директоры Азат Вилданов.

Уның һүҙҙәренсә, республика башлығы предприятиеның бөтә башланғыстарында ла ярҙам итә. Ошоноң арҡаһында завод реабилитация өсөн спорт ҡорамалдары ғына түгел, илдә бер кем дә сығармаған йүгереү юлдары ла, шулай уҡ суйын ҡойоу ысулы менән эшләнгән балалар уйын изделиелары ла етештерә.

Автор:
Читайте нас: