Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Октябрь , 17:34

Яңы фельдшер-акушерлыҡ пукттары төҙөлә

Районда "Рәсәй Федерацияһы һаулыҡ һаҡлау системаһының беренсел звеноһын модернизациялау" программаһы буйынса яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттарын урынлаштырыу буйынса эштәр дауам итә.

Яңы фельдшер-акушерлыҡ пукттары төҙөлә
Яңы фельдшер-акушерлыҡ пукттары төҙөлә

 Каһарман ауылында модулле бина ҡуйылған, электр уты үткәрелгән, ә Рысыҡай һәм Новобельский ауылында свайҙар монтажлау һәм модулле конструкциялар йыйыу буйынса эштәр бара. Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттарында халыҡ өсөн фельдшер ҡабул итеү кабинеты, күҙәтеү һәм процедура кабинеттары булдырыла.

Быйыл ошо программа буйынса Ноҡат ауылында фельдшер-акушерлыҡ пункты булдырылды һәм уның эшмәкәрлеген лицензиялау процедураһы үткәрелә.

2025 йылда "Рәсәй Федерацияһында беренсел звеноны модернизациялау" программаһы буйынса Верхнебельский, Бирҙеғол, Хөсәйен, Мәхмүт һәм Олойылға ауылдарында яңы ФАП-тар асыу планлаштырыла.

Автор:
Читайте нас: