Йәмғиәт
23 Октября 2024, 04:26

Ирекмән ҡыҙ махсус хәрби операция биләмәһендә атаһы менән осрашҡан

Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының республика бүлексәһе ирекмәне Лилиә Сәғиҙуллина Курск өлкәһендә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан атаһы менән осрашҡан.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ирекмән ҡыҙ махсус хәрби операция биләмәһендә атаһы менән осрашҡанИрекмән ҡыҙ махсус хәрби операция биләмәһендә атаһы менән осрашҡан
Ирекмән ҡыҙ махсус хәрби операция биләмәһендә атаһы менән осрашҡан

Ҡыҙ күңел ҡушыуы буйынса эвакуацияланған халыҡҡа һәм яугирҙәргә ярҙам итә. Лилиә атаһы алғы һыҙыҡҡа киткәндән һуң ирекмәнлек эше менән шөғөлләнә башлаған.

– Лилиәнең атаһы – 2022 йылдан махсус хәрби операция биләмәһендә. Ул гуманитар миссияны ойоштороусыларға атаһының хәҙер Курск йүнәлешендә үҙ бурысын үтәүе тураһында һөйләне, – тип хәбәр итте Халыҡ фронтының Йәштәр ҡанаты координаторы Рөстәм Сәләхетдинов. – Халыҡ фронты уларға сюрприз әҙерләне – яҡындарҙың осрашыуын ойошторҙо. Яугир өсөн был Атайҙар көнөнә үҙенсәлекле бүләк булды.

«Ҡыҙымдың Курскиҙа икәнлеген белгәс, борсолоп киттем. Бында тыныс түгел. Әлеге осрашыуҙы ойоштороусыларҙың барыһына ла рәхмәт», – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты «Мудрый» позывнойлы яҡташыбыҙ.

Автор: