Бөгөн пилотһыҙ осоу аппараттары (БПЛА) яу яланында мөһим һәм хәл иткес роль уйнай. Ил подразделениеларының береһенең дә дрон ҡулланмауын күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Конфликттың ике яғында ла техника юғалтыуҙарының өстән ике өлөшө тап дрондарҙан килә. Улар разведкала ҡулланыла, боеприпастар ташлай, ә былтыр камикадзе-дрондар һәм барражировка боеприпастары (оҙайлы ваҡыт һауала эленеп тороп, операторҙан тейешле команда алғандан һуң һөжүм итә йәки ҡуйылған алгоритм менән ҡаралған хәрби бурыстарҙы үтәй алған хәрби өлөшө булған пилотһыҙ осоу аппараттары тибы) йүнәлеше үҫешкән.
Берҙәм көс менән Белоретта ла дрондар йыйыу эше яйға һалынды. “Бөркөт”тәрҙең тәүге партияһы йыйылды һәм улар махсус хәрби операция зонаһына оҙатылды. 50 дрон - 7, ә 5-әүһе 9 дюймлы. Улар 2-3 килограмдан ашыу йөк тейәп, 8 саҡрым араны үтә ала. Белореттар йыйған камикадзе дрондар төрлө тәғәйенләнешле. Разведка, бомба ташлау эшен дә алып бара, дошман пункттарын юҡ итә, шул уҡ ваҡытта алыҫ участкаларға аҙыҡ-түлек, медикаменттар алып бара. Камикадзелар менән оператор махсус күҙлектә реаль ваҡыт режимында эшләй.
- Был проект тирәләй йыйылған һәм унда ҡатнашҡан һәр кемде ҡотлайым. Кем беҙгә ышанған һәм матди, кәңәш һәм яҡшы һүҙ менән ярҙам иткәндәргә, “ҡош”тарҙы йыйыуҙа ҡатнашҡан белгестәргә айырым рәхмәт. Был беҙҙең уртаҡ ҡаҙанышыбыҙ!
Ярҙам ҡулы һуҙыусылар күп булды. Махсус иҫәпкә 10, 20 һумлап (балалар, күрәһең), 30-50 меңләп тә аҡса күсерҙеләр. Урамда танып, ҡулға тоттороусылар ҙа булды. “15 ейәнем бар, уларға ярҙам итәм. Шулай ҙа изге эштән ситтә тороп ҡала алмайым. Ай һайын һеҙгә 2-шәр мең аҡса күсереп барасаҡмын”, - тигәйне бер апай. Һүҙендә торҙо, бер нисә ай дауамында шул сумманы ваҡытында күсереп бара. Белореттар шәхсән генә түгел, ойошма-предприятиелары, ауылдаштары менән йыйып, дөйөм сумманы килтереп бирәләр, йәиһә иҫәпкә күсерәләр. Был йәһәттән ҡаланың 15-се балалар баҡсаһын, 17-се һәм Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияларын, Сермән һәм ҡала компьютер мәктәптәре коллективын һәм уҡыусыларын, Тирлән, Ҡоҙғон-Әхмәр, Туҡан ауылдары халҡын билдәләргә мөмкин. Уҡыусылар көҙгө йәрминкәләрҙә эшләп алған аҡсаларының бер өлөшөн был проектҡа күсерҙе. “Халыҡ фронты” проектына бер предприятие - Урал спорт инвентарҙары заводы ла ҡушылды.
Бөтә йыйылған дрондар тик махсус хәрби операцияға ғына ебәрелә, коммерция эшмәкәрлеге тураһында һүҙ ҙә булырға тейеш түгел. Беҙ дрондар йыйыуға уҡытмайбыҙ, уларҙы һатмайбыҙ, тик аҡса һәм дрондар йыйып, махсус хәрби операцияға оҙатабыҙ. Үҙебеҙҙең йыйған, программалаштырған егеттәребеҙ бар, Өфөнән килеп, көйләүҙә ярҙам итеүселәр ҙә булды. Осоу аппаратының 7 дюймлыһы - 25 мең һумға төштө. Төрлө материалдар менән эшләп ҡараныҡ. Ул ваҡытта “Бөркөт” осһоҙораҡҡа төшһә лә, уның осоу мөмкинлеге ҡатмарлаша.
Ҡыйынлыҡтар һәм ҡаршылыҡтар булды, әммә хәҙер бөтә юлды аныҡ беләбеҙ һәм бер нисә тапҡыр уны ҡабатлай алабыҙ. Дрондарҙы махус хәрби операция зонаһындағы егеттәргә алып барам. Уларҙы бик көтәләр, - тине ойоштороусыларҙың береһе Данис Йыһаншин.
Интернет селтәрҙәрендә ойошторолған һорау алыу һөҙөмтәләрен иҫәпкә алып, “ҡош”то район гербында булған көслө һәм етеҙ ҡош исеме менән атарға ҡарар ителгәйне. “Бөркөт”тәрҙең тәүге партияһы “Башҡортостан” полкына тапшырыласаҡ.
Халыҡ фронтының матди ярҙамы менән дрондар йыйыу дауам итәсәк. Белоретта йыйылған дрондар ярҙамында еңеүҙе яҡынайтыу өсөн аҡса ла даими кәрәк буласаҡ әле.
P.S. Данис Сәйетмырҙа улы изге миссия менән махус хәрби операция зонаһында. “Башҡортостан” полкына тәғәйен 54 дрондан тыш, ҡала туберкулез диспансеры коллективының госпиталь өсөн йыйған медикаменттары, Урал спорт инвентарҙары заводы яралылар өсөн биргән кейем-һалымы һәм башҡа битараф булмаған кешеләр йыйған кәрәк-яраҡтар, посылкалар ҙа тапшырыласаҡ.
Шулай уҡ Межгорьела етештерелгән өс санитар арба Мариуполгә, ҡала тәфтиш изоляторында эшләнгән алты арба Мәскәү часына бирелә. 15-се балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре һәм компьютер мәктәбе уҡыусыларының хаттарын яугирҙар алып уҡыясаҡ. Ә иң мөһиме - посылкалар менән бергә тыуған йорттоң йылыһын һәм алғы һыҙыҡтағы егеттәрҙең яңғыҙ булмауына ышанысты алып бара ул.