Белоретта Рәсәй эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәт бурыстарын үтәгәндә һәләк булғандарҙы иҫкә алыу көнөнә арналған матәм митингыһы үтте. Илебеҙҙә ҡайғылы дата 8 ноябрҙә билдәләнә. Хоҡуҡ һаҡлау органдарында хеҙмәт итеү хәүефле, ул ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ талап итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер хеҙмәткәрҙәрҙең енәйәтселеккә ҡаршы көрәштә ғүмерен ҡыйыла. Һәләк булған иптәштәр иҫтәлегенә етәкселек, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса бүлеге хеҙмәткәрҙәре, Эске эштәр бүлеге ветерандары һәм полиция бүлеге ҡарамағындағы Йәмәғәт советы ағзалары митинг үткәрҙе.
Сараны бүлек начальнигы, полиция полковнигы Тимур Сәйетгәрәев асып: “Бөгөн һәләк булған хеҙмәттәштәребеҙҙең фиҙаҡәрлеге алдында баш эйәбеҙ. Ирик Хисмәтуллин, Виталий Әхмәтйәнов, Рушан Дәүләтбаев хеҙмәт бурысын үтәп, антҡа ахырынаса тоғро ҡала һәм ғүмерҙәрен ҡорбан итә. Был батырҙарҙың исемдәре бер ҡасан да онотолмаясаҡ”, - тине.
Йыйылыусылар хәрби хәрәкәттәр ветерандары һәйкәленә сәскәләр һалды һәм коллегаларын бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре һәр ваҡыт ваҡытһыҙ киткән хеҙмәттәштәренең ғаиләләренә ярҙам күрһәтә. Полиция музейына килеүселәргә һәләк булған милиционерҙар яҙмышы мотлаҡ һөйләнелә. Уларҙың батырлығы һәм ҡаһарманлығы Иҙел башы тарихына мәңгегә ингән һәм киләсәк быуындар өсөн өлгө булып тора.
Гузель Дронова,
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса бүлеге.
Александр Борисков фотолары.