Ҡышҡы миҙгелдә ҡала яны поездары ял һәм байрам көндәрендә йөрөй.
Поезд Өфө станцияһынан иртәнге 07.07 сәғәттә юлға сыға, Белоретҡа көндөҙгө 12.36 сәғәттә килә. Кире йүнәлештә поезд Белореттан киске 17.33 сәғәттә ҡуҙғалып, Өфөгә 22.19 сәғәттә килеп етә.
Ағиҙел уң яғы, Дим, Ҡарламан, 73-сө саҡрым, Йөйәк, Асы, Инйәр, Айғыр, Юша, Олойылға, Сермән туҡталыштары ҡаралған.
Маршрутты биш вагонлы яңы "Финист" электропоезы хеҙмәтләндерә.
Студенттар (көндөҙгө юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары) һәм мәктәп уҡыусылары (интернат-мәктәптәрҙә һәм уларға тиңләштерелгән башҡа уҡыу йорттарында уҡыусыларҙы ла индереп) өсөн бөтә федераль һәм төбәк ташламалары ғәмәлдә.
Ҡала яны поездарына билеттарҙы “Рәсәй тимер юлдары Пассажирҙарға (РЖД Пассажирам)” мобиль ҡушымтаһында, түләүле категория граждандары өсөн юл йөрөү 15 процентҡа тиклем арзаныраҡ (Башҡортостан Республикаһы территорияһында ғына), шулай уҡ ҡала яны кассаларында һәм @bilet_na_elektrichku_bot телеграм-боты аша һатып алырға мөмкин.
"Башҡортостан ҡада яны пассажирҙар компанияһы" акционерҙар йәмғиәте.