Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Ноябрь , 17:30

10,7 меңдән ашыу кеше газ үткәреү өсөн сертификат алған

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса 2019 йылдан республикала йәшәүселәр йортҡа газ үткәреү өсөн сертификат алырға мөмкин.

10,7 меңдән ашыу кеше газ үткәреү өсөн сертификат алған
10,7 меңдән ашыу кеше газ үткәреү өсөн сертификат алған

Төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Александр Борисов Республикаға идара итеү үҙәгенән тура бәйләнештә белдереүенсә, уның менән 10 790 кеше файҙаланған, ә сертификаттарҙың дөйөм суммаһы 898,63 миллион һум тәшкил иткән.

Уларҙы Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусылары һәм инвалидтары, махсус хәрби операция яугирҙәре, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр, инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр, килеме түбән булған ишле ғаиләләр һәм граждандарҙың башҡа льготалы категориялары алырға мөмкин.

«Программа шарттары буйынса, республикала даими йәшәргә кәрәк, шулай уҡ шәхси йортоң йәки шәхси йорттоң милек хоҡуғында өлөшөң булырға тейеш», — тип билдәләне тура бәйләнеш ҡунағы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2023 йылдың 1 ғинуарынан сертификаттың хаҡы 100 мең һум тәшкил итә.

Автор:
Читайте нас: