Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Ноябрь , 16:59

Роспотребнадзор пневмонияның үлемгә килтереү ихтималлығын иҫкәртте

Башҡортостандың Роспотребнадзор идаралығы белгестәре «Йәмәғәт электрон гәзите»нә хәүефле сир – пневмонияға ҡаршы көрәш тураһында һөйләне. Ул һулыш алыу аппаратының мөһим өлөшөн – үпкә туҡымаһын зарарлай.

Роспотребнадзор пневмонияның үлемгә килтереү ихтималлығын иҫкәртте
Роспотребнадзор пневмонияның үлемгә килтереү ихтималлығын иҫкәртте

Сирҙе вирустар, бактериялар һәм бәшмәктәр тыуҙырыуы ихтимал. Йыш ҡына пневмония һалҡын тейҙергәндән йәки гриптан һуң өҙлөгөү һөҙөмтәһе булып тора. Шуға күрә тын юлдары инфекциялары билдәләрен иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярамай, шунда уҡ табипҡа барырға кәрәк.

Ауырыуға ҡаршы көрәшеүҙең иң һөҙөмтәле ысулы – вакцинация. Пневмококк инфекцияһынан, гриптан, ҡыҙылсанан һәм быума йүтәлдән прививка яһатырға кәрәк. Улар пневмонияның ауыр формалары барлыҡҡа килеү хәүефен кәметә. Айырыуса астма, диабет һәм башҡа хроник сирҙәрҙән яфаланған кешеләргә прививка эшләтеү мөһим.

Профилактика өсөн гигиенаны һаҡларға: ҡулдарҙы йыш йыуырға, йүткергәндә ауыҙҙы ҡапларға, халыҡ күп йөрөгән урындарҙа битлек кейергә кәрәк. Был инфекцияның таралыуына юл ҡуймай.

Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостанда 1,7 миллиондан ашыу кешенең гриптан прививка яһатыуы хаҡында яҙғайны.

Автор:
Читайте нас: