Унда төбәк биләмәһендә ҡулланыусылар баҙары өлкәһендә хужалыҡ эшмәкәрлеген алып барған ойошмалар һәм шәхси эшҡыуарҙар, шулай уҡ урындағы үҙидара органдары ҡатнашты.
- Конкурс беҙгә иң уңышлы предприятиеларҙы, инновациялар индереүҙә, хеҙмәтләндереү сифатын күтәреүҙә һәм ҡулланыусылар өсөн уңайлы шарттар булдырыуҙа әүҙем ҡатнашҡан муниципалитеттарҙы асыҡларға мөмкинлек бирә. 12 номинация буйынса 94 ғариза ҡабул иттек. Был конкуренцияның юғары кимәле тураһында һөйләй, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының сауҙа һәм хеҙмәттәр министры вазифаһын башҡарыусы Алексей Гусев.
Эксперт комиссияһы ҡатнашыусыларҙы һөҙөмтәлелек, инновационлыҡ, социаль әһәмиәт һәм заман талаптарына тап килеү кеүек критерийҙар буйынса баһаланы. «Иң яҡшы сауҙа ҡалаһы, «Иң яҡшы сауҙа урамы», “Иң яҡшы ваҡлап һатыу баҙары”, “Иң яҡшы стационар булмаған сауҙа объекты”, “Иң яҡшы йәрминкә”, “Иң яҡшы мобиль сауҙа объекты” , “Иң яҡшы магазин” , “Иң яҡшы урындағы етештереүсенең фирма селтәре” , “Иң яҡшы матурлыҡ салоны”, “Иң яҡшы автосервис” , “Иң яҡшы ресторан” , “Иң яҡшы кафе” номинациялары буйынса билдәләнде.
Белореттың “Харчевня” кафеһы “Иң яҡшы кафе” номинацияһында еңеү яуланы.
Конкурс ҡулланыусылар баҙарын үҫтереүгә, профессиональ тәжрибә уртаҡлашыуға, иң яҡшы муниципаль тәжрибәләрҙе асыҡлауға, иң яҡшы ваҡлап һатыу баҙарын асыҡлауға һәм уларға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. Конкурсты ойоштороусылар уның традиционға әүерелеүенә һәм Башҡортостан ҡулланыусылар баҙары предприятиеларының конкурентлыҡ һәләтен арттырыуға булышлыҡ итәсәгенә ышана.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru