Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Ноябрь 2024, 17:35

Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ

Әзекәйҙә ҙур булмаған сиркәү өсөн бура әҙерләнгән.  

Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ
Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ

Беҙ уны махсус хәрби операция зонаһындағ яугирҙарға алып барабыҙ. Бындай үтенес менән Салауат Юлаев исемендәге полк яугирҙары мөрәжәғәт иткән ине. Уларҙың мәсете бар, ә православие ғибәҙәтханаһы юҡ ине.

Алты метрлыҡ бүрәнәләрҙе Белорет эшҡыуары Руслан Дабагаев үҙ аҡсаһына һатып ала. "Зенит" сауҙа-сәнәғәт компанияһы директоры Роберт Ғимранов үҙ иҫәбенә бүрәнәләрҙе йыштыра.

Сиркәүҙе Әзекәй старостаһы Роберт Фәтхетдинов ағаһы Ғиззәт Ҡәҙерғәлин менән бергә күтәрә.  Эш ауыр булыуға ҡарамаҫтан,  бер аҙна эсендә күтәрелә.

Кәрәк-яраҡтар, бензин, май менән эшҡыуар Гөлгенә Бадалова һәм “Пуля” ҡушаматлы ҡыҙ, шулай уҡ ауыл хакимиәте башлығы Нажия Вәлиева ярҙам итә. Ә ул бағыусылар йәлеп иткән, оҫталар тапҡан.

Улар күләгәлә ҡалырға теләһә лә, әлеге мәлдә яҡшы эштәр тураһында һөйләү мотлаҡ. Кешеләргә ярҙам ҡулы һуҙырға, аҡса, ваҡыт, физик көс һалырға әҙер булған кешеләрҙең күп булыуы хаҡында белергә кәрәк.

Изгеләндерелгәндән һуң сиркәүҙе хәрби хәрәкәт зонаһына алып барыуҙы ойошторабыҙ.

Сығанаҡ - Андрей Иванюта.

Автор:
Читайте нас: