+1 °С
Болотло
«Заправки» ҡушымтаһынан күренеүенсә, хәҙер автоһәүәҫкәрҙәргә АИ-92 бензины 52,40 һумға (+20 тин) төшә, АИ-95 — 56,00 һум (+25 тин), ATUM-92 — 53,50 (+20 тин), ATUM-95 — 57,05 һум (+25 тин), АИ-100 79,75 һум тора.
Бынан алдараҡ Росстат эксперттары автомобиль бензинына һәм дизель яғыулығына ҡулланыу хаҡтары динамикаһы тураһында отчет бирҙе. Документтан күренеүенсә, 22 октябрҙән 28-енә тиклем илдең 74 төбәгендә яғыулыҡ ҡиммәтләнгән, айырыуса Саха (Яҡут) Республикаһында (+4,1%). Мәскәү һәм Калуга өлкәләрендә бензинға хаҡтың төшөүе (-0,1%) теркәлгән. Рәсәйҙә яғыулыҡтың бер литры уртаса 59,08 һум тора.