Йәмғиәт
26 Ноября 2024, 09:46

Яугир әсәһенә – “Офицер әсәһе” миҙалы

Рәмилә Ғилметдиноваға "Офицер әсәһе" миҙалы тапшырылды.  

Яугир әсәһенә – “Офицер әсәһе” миҙалыЯугир әсәһенә – “Офицер әсәһе” миҙалы
Яугир әсәһенә – “Офицер әсәһе” миҙалы

Офицер әсәһе Инйәр ауылында йәшәй. Ғүмеренең күп өлөшөн вахта ысулы менән эшләүгә арнай, һуңынан ауырыуҙарҙы һәм оло йәштәгеләрҙе ҡарай, әле ул хаҡлы ялда.

Рәмилә Хашим ҡыҙы өс бала тәрбиәләп үҫтерә. Өлкәндәре Илнур - лейтенант, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы. Салауат районында тыуып үҫкән хәрбигә утыҙ өс йәш, ул республика иҡтисади лицей-интернатында уҡый.  Үҫмер саҡтан хәрби булырға хыяллана, дәүләт хеҙмәтендә эшләгән туғандарына оҡшарға тырыша.

Каникулдарын Ноҡат ауылында йәшәгән өләсәһендә дуҫтары менән үткәрергә ярата. Хәҙер ҙә улар менән инженер ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә һәм махсус хәрби операцияла  ҡатнаша, егеттәр бер-береһенә ярҙам итә.

Илнур Фиданис улы Мәскәү өлкәһендә, эске ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт итә. Армиянан һуң Башҡорт дәүләт университетында инженер-элемтәсе һөнәрен ала. Ике тапҡыр Сүриәгә ебәрелә, Таулы Ҡарабахтағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша. Тәүге көндәрҙән үк махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итә.

Яугир хеҙмәттәге ҡаҙаныштары өсөн бер нисә тапҡыр орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә. Салауат Юлаев ордены, Жуков, "Хәрби ҡаһарманлыҡ өсөн", I һәм II дәрәжә “Хәрби батырлыҡ өсөн", "Миналарҙан таҙартҡан өсөн” миҙалдары ҡаҙарман күкрәген биҙәй.

Рәмилә Хашим ҡыҙы Ватанды һаҡлаусы улы менән ғорурлана, уның өсөн борсола, имен-аман ҡайтыуын теләп доғаларын ҡыла.

Офицер әсәһе Рәмилә Хашим ҡыҙына, алғы һыҙыҡта булған егеттәрҙең  ғаиләләренә һаулыҡ һәм сабырлыҡ теләйбеҙ! Уларҙың иҫән-һау һәм имен-аман еңеү яулап ҡайтыуына өмөтләнәбеҙ.

Сығанаҡ: Андрей Иванюта.

Автор:
Читайте нас