+9 °С
Ясно
Рәсәй Хөкүмәте 2025 йылға коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү күләменең үҙгәреүенең уртаса индекстарын раҫланы. Бойороҡҡа Михаил Мишустин ҡул ҡуйҙы.
Башҡортостан өсөн уртаса индекс 2025 йылдың икенсе ярты йыллығынан 14,6% кимәлендә билдәләнгән, айырым үҙидаралыҡтар буйынса 2,1% тайпылыш булыуы ихтимал.
2023 йылдың декабрендә Радий Хәбиров үҙенең бойороғо менән 2024 йылға коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙең 13,6% кимәлендә үҙгәреүенең сикке индексын раҫлаған ине.