Ойошманы “Бөтә Рәсәй Почет китабы” Федераль реестрына индереү уның үҙ төбәген үҫтереү өсөн мөһим әһәмиәтен аңлата һәм предприятиеның эшлекле һәм йәмәғәт репутацияһын
Реестрға индереү бары тик төбәк һәм муниципаль власть органдарының, шулай уҡ башҡа дәүләт институттарының тәҡдимдәре нигеҙендә башҡарыла. Комбинатты Почет китабына индереү тәҡдиме менән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте сыға.
Белорет металлургия комбинаты - Рәсәйҙең иң эре метиз предприятиеһы. Комбинат ныҡлы ҡорос сымдар, төрлө ҙурлыҡтағы ҡорос арҡандар етештерә. Комбинаттың продукцияһы сәнәғәттең бөтә тармаҡтарында тиерлек талап ителә. Предприятие - прокатлау, ҡорос сым һәм канат цехтары комплексы, унда 5 меңгә яҡын кеше -120 һөнәр буйынса үҙ эшенең оҫталары эшләй.
- Металлургия комбинаты менән күп кенә белореттарҙың яҙмышы бәйле, үҙ эшенең ысын профессионалдары производствола бер нисә быуын эшләгән һәм эшләй. Комбинат Белорет районы һәм тотош республика иҡтисады үҫешенә ҙур өлөш индерә. Предприятиебыҙҙың "Бөтә Рәсәй Почет китабы”на индерелеүе бөтә коллективтың хеҙмәтен юғары баһалауын күрһәтте, - тип билдәләне акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Сергей Федоров.
Оксана Боровых.