Йәмғиәт
2 Декабря 2024, 12:13

"Изге подписка" акцияһына ҡушылайыҡ, "Урал" гәзитен бүләк итәйек!

Белорет районы муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Зѳлфиә Ғәлийәнова республикала  барған "Изге подписка" акцияһына ҡушылды. 

Сатура МингажитдиноваСатура Мингажитдинова
Фото:Сатура Мингажитдинова

Белорет районы муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Зѳлфиә Ғәлийәнова республикала  барған "Изге подписка" акцияһына ҡушылды. 
- Район-ҡалала башҡорт телендә сыҡҡан "Урал"  гәзитенә үҙем дә яҙылдым һәм тағы бер экземплярҙы Сермән ауылынан Украинала махсус хәрби операцияла һәләк булған яугир Рафаэль Фәхретдиновтың  ғаиләһенә - Гѳлшат Ғәни ҡыҙы Фәхретдиноваға бүләк итәм. Әлеге мәлдә был ғаиләнең улы ла махсус хәрби операция яугиры. 
Муниципаль районда башҡорт телендә сыҡҡан берҙән-бер баҫманы һәр саҡ алдырып килдем.  Ҡалала Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында директор булып эшләгән осорҙа ла  "Урал" гәзите менән һәр саҡ дуҫ булдым, уны уҡырға яраттым, гәзитебеҙҙе ихтирам иттем. Етәксе булараҡ, коллегаларыма ла талап бер ине: гәзитте  алдырырға, районыбыҙ, үҙебеҙ тураһында яҙған баҫманың тиражын һаҡлап ҡалырға. Ѳфѳлә эшләгәндә лә "Урал" гәзитенән айырылманым. Үткән йылда ла гәзит иғлан иткән акцияла ҡатнашып, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирыбыҙҙың әсәһенә Ләлә Йәноҙаҡ ҡыҙы Ғафароваға  гәзит бүләк иткәйнем. 
Район-ҡала предприятиелары етәкселәренә, ауыл хакимиәттәре башлыҡтарына, уҡытыусыларға, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә, китапханасыларға һәм Иҙел башының барлыҡ интеллигенция вәкилдәренә мѳрәжәғәт итәм: 
-  "Изге подписка" акцияһына ҡушылығыҙ! Гәзиткә үҙегеҙ яҙылығыҙ һәм изге эшкә  ҡушылып, ата-әсәйҙәрегеҙгә, яҡындарығыҙға, дуҫтарығыҙға, мохтаж ғаиләләргә "Урал" бүләк итегеҙ. Шулай уҡ мәғариф ѳлкәһендә, мәҙәниәттә эшләгән дуҫтарыма шуны әйтергә теләйем: район гәзите һәр ауыл хакимиәте башлығының, уҡытыусының, мәҙәниәт хеҙмәткәренең, китапханасының  ѳҫтәл гәзите булырға тейеш.  Гәзиттең тиражын һаҡлап ҡалыу ѳсѳн бары берҙәмлек һәм теләк кенә кәрәк. Республиканың башҡа район-ҡалалары араһында матбуғатҡа яҙылыу буйынса Белорет халҡы артҡы урындарҙа ҡалмаҫ, - тип ышанам. 

Автор:Сатура Мингажитдинова
Читайте нас