Йәмғиәт
3 Декабря 2024, 06:07

"Урал" гәзите - район көҙгөһө

"Урал" гәзитен Украинала махсус хәрби операцияла һәләк булған Инйәр егете Алик Шәрәфетдиновтың ата-әсәһе Айрат Хәйризаман улына һәм Фәниә Миһран ҡыҙы Шәрәфетдиновтарға бүләк итә.

Сатура МингажитдиноваСатура Мингажитдинова
Фото:Сатура Мингажитдинова

"Изге подписка"ға Өфөлә йәшәгән иң әүҙем яҡташыбыҙ, "Торатау" конгресс-холы директоры урынбаҫары, Белорет районы һәм ҡалаһының  Почетлы гражданы  Ранис Алтынбаев ҡушылды. Ул "Урал" гәзитен Украинала махсус хәрби операцияла һәләк булған Инйәр егете Алик Шәрәфетдиновтың ата-әсәһе Айрат Хәйризаман улына һәм Фәниә Миһран ҡыҙы Шәрәфетдиновтарға бүләк итә.          
- Мине "Урал" гәзите бар район тормошо менән таныштырып торған көҙгө кеүек. Миңә "Урал" гәзите бик яҡын. Заманында беҙҙең өйҙә был баҫманы яратып уҡынылар. Ғүмеремдең күп өлөшө ошо гәзит менән бәйләнгән. Гәзитебеҙ йәшәһен өсөн тырышайыҡ. Артабан эстафетаны "Башҡортостан" гәзитенең дәүләт һәм хоҡуҡ бүлеге мөдире, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәмилә Мусинаға һәм Ҡоҙғон-Әхмәр ауылынан крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Илгиз Һаруновҡа тапшырам.  
Ранис Рәйес улына һаулыҡ, тынғыһыҙ эшендә уңыштар, ғаилә бәхете теләйбеҙ!

Автор:Сатура Мингажитдинова
Читайте нас