Йәмғиәт
4 Декабря 2024, 10:34

Лайыҡлы сәнәғәтселәр билдәләнде

Радий Хәбиров республиканың төрлө сәнәғәт тармаҡтарындағы иң яҡшы хеҙмәткәрҙәргә Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Лайыҡлы сәнәғәтселәр билдәләндеЛайыҡлы сәнәғәтселәр билдәләнде
Лайыҡлы сәнәғәтселәр билдәләнде

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 1 декабрҙә Башҡортостан сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнде. Республика - Рәсәйҙең бындай һөнәри байрамы булған бер нисә төбәгенең береһе. Ул 2022 йылдан билдәләнә.

“Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ихлас ҡотлайым! Намыҫлы хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт! Бөгөн беҙҙең республика илдең алдынғы индустриаль төбәктәренең береһе булып тора. Һәм был, һис шикһеҙ, һәр берегеҙҙең һәм коллегаларығыҙҙың ҡаҙанышы.

Сәнәғәт тулайым төбәк продуктының 40 процентын тәшкил итә. Һәм иң мөһиме, ҡатмарлы шарттарҙа ла беҙ үҫәбеҙ. Сифатлы продукция етештерәбеҙ. Етештереүгә инвестициялар индерәбеҙ. Өс йыл дауамында республикабыҙ ил төбәктәрендә сәнәғәт сәйәсәте һөҙөмтәлелеге рейтингында, индустриаль парктар, технопарктар һәм сәнәғәт кластерҙары һаны буйынса алдынғы урындарҙы биләй.

"Роснефть", "Газпром", "Ростех" һәм башҡа компаниялар структураһына ингән предприятиелар республикабыҙҙың иң эре һалым түләүселәре булып тора. Республиканы үҫтереүгә һәм төҙөкләндереүгә, граждандарыбыҙҙың уңайлы тормошона инвестициялар һалалар.

Айырыуса дәүләт оборона заказын яуаплы үтәгәне өсөн сәнәғәтселәребеҙҙе билдәләргә теләйем. Был, моғайын, был осорҙа иң мөһим мәсьәләлер. Меңләгән тәжрибәле инженерҙар, технологтар, конструкторҙар һәм башҡа һөнәр эйәләре юғары технологиялы продукция етештереүҙә эшләй. Улар - авиация двигателдәре, вертолеттар, автобустар, электробустар, самосвалдар, бетон ташыусылар, авиация өсөн агрегаттар һәм комплектлаусы әйберҙәр, атом энергетикаһы өсөн ҡорамалдар", - тине Радий Хәбиров.

Бүләкләнеүселәр араһында “Белорет бүлеү селтәтрҙәре” йәмғиәтенең Белорет электр селтәрҙәре производство бүлексәһенең электр энергияһы транспорты бүлеге начальнигы Евгений Александрович Кладков «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған энергетигы” маҡтаулы исеменә лайыҡ булды. Ҡотлайбыҙ!

Автор: