Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, йырсы яҡташыбыҙ Искәндәр Ғәзизов Республикала барған "Изге подписка" акцияһына ҡушылып, "Урал" гәзитен Украинала махсус хәрби операцияла һәләк булған ауылдашы, коллегаһы Алмас Хужиндың Йѳйәктә йәшәгән бер туған ағаһы Зѳлкәф Хужинға бүләк итте.
- Һәр башҡорттоң күңелендә матди байлыҡ менән бергә рухи байлыҡ та йәнәшә ятһын, яратҡан гәзитебеҙ иғлан иткән "Изге подписка" акцияһына бик теләп ҡушылам, - тип шылтыратты яҡташыбыҙ, Йѳйәк ауылында тыуып үҫкән һоҡланғыс тауышлы йырсы Искәндәр Ғәзизов.
- "Урал" гәзите минең ѳсѳн тау-ҡаялар, урмандар, сылтырап аҡҡан шишмә, мул һыулы йылғалар илендә йәшәгән киң күңелле халҡым яҙмышы, тормошо, уның тарихы. Бына бер быуаттан ашыу инде гәзитебеҙ ауыр замандарға бирешмәй үҙенә юл ярып алға бара. Ә бит республикала милли телдәрҙә сыҡҡан күп кенә гәзиттәр ябылды. Аллаға шѳкѳр, гәзитебеҙ беҙгә кѳс, илһам биреп, кәрәк саҡта ярҙам итеп, беҙҙең турала яҙып, Белорет районында үткән бер сараны ла ҡалдырмай йәшәп килә. Шуға ла милләтттәштәремә әйтер һүҙем шул: башҡорт элек-электән киң күңелле, йомарт булды. Халҡыбыҙ бер ваҡытта ла еңел йәшәмәне, ә ауырлыҡтарҙы бергәләп үтте. Һәр ваҡыт бер-береһенә ярҙамлашып, бер-береһенә терәк булып йәшәне. Әлеге ваҡытта беҙ милли баҫмаларыбыҙҙың тиражын кәметмәй, уларҙы һаҡлап алып ҡалырға тейешбеҙ. Гәзиттәр хаҡы әллә ни ҡыйбат та түгел, изге эшкә аҡса йәл түгел.
- Үҙем махсус хәрби операцияла һәләк булған бик һәләтле һәм дәртле ауылдашым Алмас Хужиндың ағаһы Зѳлкәф Хужинға "Урал" гәзитен бүләк итәм. Гармунда өҙҙөрөп уйнаған Алмас Хужин ысын артист, гармунсы ине. Уның һәләк булыуы бөтә республиканы ҡайғыртты. Уның гармунда уйнап төшөргән видеояҙмаһын йөҙҙәрсә мең кеше ҡарағайны. Яуҙа үлгән батырҙарыбыҙҙы беҙ бер ваҡытта ла онотмайбыҙ.
Үҙ сиратыбыҙҙа гәзитебеҙҙең дуҫы булған Искәндәр Хәниф улына рәхмәт белдерәбеҙ. Искәндәр, йырлап йәшәгеҙ, һәр саҡ уңыштарға өлгәшеп, алдығыҙға ҡуйған маҡсаттарығыҙға ирешергә яҙһын!