“Төнгө сәғәт берҙә мин мейесткә утын яҡтым. Ҡатыным һәм ике, 10 һәм 16 йәшлек балаларым, менән йоҡларға яттыҡ. Иртәнге сәғәт 6-ла ҡатыным менән шарт иткән тауышҡа уянып киттек. Верандала түшәм яна ине. Утты һүндерә башланым, әммә тәнемде бешерҙем. Балаларҙы алып, урамға сығып өлгөрҙөк”, – ти йорт хужаһы Алик Атауллин.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтишсеһе белдереүенсә, оҙайлы эҫе температура тәьҫире арҡаһында ут сыҡҡан. Мейестең мөрйәһенән түшәм һәм ҡыйыҡ янып киткән.
Янғын һүндереүселәр килгәндә йортто ут ялмап алған, ҡыйығы емерелеп төшкән була.
100 квадрат метрҙан ашыу майҙанда янғын һүндерелә, уттың хужалыҡ биналарына таралыуға юл ҡуйылмай.
Мәғлүм булыуынса, Дилә Ғаяз ҡыҙы менән Алик Хәсән улы Атауллиндар өс бала тәрбиәләп үҫтерә. Өлкән улдары - X класта, уртансы улдары V класта уҡый, кинйәләренә ике йәш тә ун ай. Дилә Ғаяз ҡыҙы - балалар баҡсаһында музыкаль етәксе, Алик Хәсән улы Сермән мәктәбендә музыка уҡытыусыһы булып эшләйҙәр.
Атауллиндар ғаиләһе өлгөлөләр иҫәбендә, йәш, һәләтле. Яңы ауылда - Иҙелдә улар беренсе булып йорт һалып сыҡҡан ғаилә булған. Ҙур көс һалып төҙөгән йорттары сәғәт ярымда юҡҡа сыҡҡан.