Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Декабрь , 13:08

Белорет районында контрактсыларға түләү күләме арттырылды

Белорет районында Оборона министрлығы менән махсус хәрби операция биләмәһендә хәрби хеҙмәт үтеү тураһында контракт төҙөгән граждандарға бер тапҡыр бирелә торған түләү күләме арттырылды.

Белорет районында  контрактсыларға түләү күләме арттырылды
Белорет районында контрактсыларға түләү күләме арттырылды

 Хәҙер муниципалитетта ул 500 мең һум тәшкил итә, тип хәбәр итте урындағы хакимиәт үҙенең социаль селтәрҙәге төркөмөндә. Был 2024 йылдың декабрь аҙағына тиклем ғәмәлдә.

Әйткәндәй, Учалыла һәм Учалы районында контракт буйынса хеҙмәт итеүселәргә бер тапҡыр бирелә торған аҡсаның күләме 500 мең һумғаса, шулай уҡ Нефтекамала 300 мең һумғаса арттырылды. Туймазыла һәм Туймазы районында ла шунса уҡ күләмдә түләнә.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Башҡортостан хөкүмәте Рәсәйҙең оборона министрлығы менән контракт төҙөгән һәм Өфөнөң һайлап алыу пунктынан хәрби хеҙмәткә ебәрелгән яугирҙәргә бер тапҡыр бирелә торған 505 мең һумлыҡ түләүҙең ғәмәлдә булыу ваҡытын 2024 йылдың 31 декабренә тиклем оҙайтты. Ҡарар республиканың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Шулай итеп, федераль түләүҙәр һәм муниципалитеттан өҫтәмә аҡса менән бергә, яңы контрактсыларға бер юлы 1305000 һум, һуңынан ай һайын 210 мең һум түләнә.

Автор:
Читайте нас: