Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Декабрь , 14:53

"Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының төп бурысы – берләшеү"

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының төп бурысы — берләшеү, тип иҫәпләй Башҡортостандың Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ассоциацияһы идараһы рәйесе, Батырлыҡ ордены кавалеры Оскар Ситдиҡов.

"Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының төп бурысы – берләшеү"
"Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының төп бурысы – берләшеү"

«Бөгөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының пленар ултырышында ҡоролтай башҡорттарҙың ғына түгел, илебеҙ халыҡтарының да съезы булып тора тигән һүҙҙәр күп яңғыраны. Унда Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән байтаҡ делегаттар ҡатнаша. Шуға күрә ҡоролтайҙың төп бурысы – Башҡортостан халҡын, илебеҙ башҡорттарын берләштереү тип әйтергә мөмкин тип уйлайым», — тине «Башинформ» әңгәмәсеһе.

Оскар Ситдиҡов әйтеүенсә, бөгөн хатта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында ла махсус хәрби операция темаһы төп урынды биләй:

«Хәҙер барыбыҙ өсөн дә иң мөһиме — беҙҙең еңеү. Күп милләтле халҡыбыҙҙың беҙгә көнбайыш ҡоралы менән һөжүм итеүҙән тыш, эстән тарҡатырға тырышҡан неонацистарҙы еңеүе. Хәҙер беҙҙең өсөн иң мөһиме –   берҙәм булыу, дошманды еңеп сығыу».

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының алтынсы съезының пленар ултырышында республика етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостандың махсус хәрби операция буйынса позицияһын билдәләне.

Автор:
Читайте нас: