Ошо көндәрҙә Ҡаһарман ауылы мәктәбенең ашханаһында һалма әҙерләп, сәксәк бешереп, уларҙы һауыттарға төрҙөләр. Был эштә Гөлсинә Ғәзизова, Илгизә Ғәзизова, Гүзәл Мусина, Мәрфуға Ғизәтуллина, Нәсимә Аҫылбаева, Гөлдәр Шәрипова һәм Роза Байегетова әүҙем ҡатнашҡан.
Посылкалар туплағанда балаларҙың һалдаттарға хаттарын да һалғандар. Был эште Гөлсинә Ғәзизова менән Эльмира Баянова ойошторған. Илгизә Ғәзизова етәкселегендә мәктәп яны баҡсаһында картуф үҫтереп, көҙөн йәрминкәлә һатҡандар. Һатыуҙан килгән аҡсаны эшҡыуар Данис Йыһаншин ойошторған дрондар эшләү фондына күсергәндәр.
Гөлсинә Ишмөхәмәтова махсус хәрби оперция ихтыяждары өсөн аҡса йыйыуҙы ойоштороуҙы үҙ өҫтөнә алған. Ул яңыраҡ уҡыусыларҙы блиндаж шәмдәрен эшләргә өйрәтте. Гөлзиә Шәйәхмәт ҡыҙы тормош иптәше менән Белоретта маскировка селтәрҙәрен үрергә өйрәнеп, ошо эште лә яйға һалды – хәҙер ҡаһармандар ауыл мәҙәниәт йортонда маскировка селтәрҙәрен үрә.
Ауыл халҡының әле әҙерләгән посылкалары яугирҙәргә Яңы йыл бүләге булып барасаҡ.
Сығанаҡ: Андрей Иванюта.