-3 °С
Ҡар
“Тирмәкәй” тәрбиәләнеүселәренең ғаиләләре араһында үткән был сарала ҡатнашыусылар башҡорт теле, тарихы һәм мәҙәниәте буйынса көс һынашты. Ҡыҙыу һәм сәмле барған ярышты “Йәйғор” төркөмө балалары йыр-моңдары, дәртле бейеүҙәре, туған тел тураһындағы шиғырҙары менән биҙәне.
Конкурсанттар ҙа буш ҡул менән килмәгән. Улар балаларға шиғыр һөйләп, ҡумыҙҙа уйнап ишеттерҙе. Уйын аҙағында һәр ғаиләнең мәрәйҙәрен һанап, урындар билдәләнде, маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.
Башҡортса һөйләшәйек, уны яратайыҡ, ҡәҙерләйек һәм һаҡлайыҡ, дуҫтар!
Зөлфиә СӘЛИХОВА,
тәрбиәсе.