Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Декабрь , 15:32

"Үҫеш, тотороҡлоҡ нигеҙе – берҙәмлектә"

VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты Лилиә Вил ҡыҙы СИБӘҒӘТОВА съездан һуңғы тәьҫораттары менән уртаҡлашты:

"Үҫеш, тотороҡлоҡ нигеҙе – берҙәмлектә"
"Үҫеш, тотороҡлоҡ нигеҙе – берҙәмлектә"

- Съездың пленар өлөшөндә башҡорт милләтенең артабанғы үҫеше, быға тиклемге Ҡоролтайҙың эш һөҙөмтәләре ҡаралды. 2019 йылдан алып башҡорт теленә ныҡлап иғтибар артыуы күҙәтелә: мәктәптәрҙә башҡорт телендә белем алыусы уҡыусылар һаны күпкә артҡан, башҡорт теле, башҡорт бейеүе көндәре билдәләнде, башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды эшмәкәрлеге әүҙемләште.
Миңә Радий Фәрит улының сығышынан бер әйбер иң мөһиме булды. Ул йыллыҡ мөрәжәғәт менән сығыш яһаны. Бик күп пландарҙы билдәләне. Артабан да билдәләнгән курсты дауам итер өсөн әлеге ауыр заманда халыҡтың терәге кәрәк. Шул ваҡытта ҡуйылған маҡсаттарҙы үтәп сыға аласаҡ. Бөгөнгө заманда теләктәшлек, берҙәмлек ныҡ кәрәк. Үҫеш, тотороҡлоҡ нигеҙе – берҙәмлектә генә.

Съезда башҡа төбәк-өлкәләрҙән, республикаларҙан килгән делегаттарҙың  ҡатнашыуы мәртәбә өҫтәне. Пермь, Свердловск, Иркутск  өлкәләренән, Әстерхан, Саха-Яҡутиянан, Камчатканан килгән делегаттар үҙҙәренең ҡоролтайҙарын булдырып, телде үҫтереү, ғөрөф-ғәҙәттәрен   һаҡлау буйынса күп кенә эштәр алып бара. Иң мөһиме телебеҙҙе һаҡлап алып ҡалыу, уны артабан да үҫтереүгә, тарихыбыҙҙы артабан да өйрәнеүгә, сәнғәтте үҫтереү буйынса күп кенә көс һалынған. Телде  мәктәптә өйрәнеү генә етмәй, ул ғаиләнән, балалар баҡсаһынан  башланырға тейеш.  

Съездың секцион өлөшөндә демография, һаулыҡ һаҡлау йүнәлешендә ҡатнаштым. Аралашыу бик фәһемле булды.

Икенсе төбәктәрҙә йәшәп, эшләп йөрөгән йәштәрҙе республикабыҙға ҡайтарып,  шул уҡ ваҡытта уларға тейешле шарттар булдырыуға, үҙебеҙҙә белем алып, тыуған еребеҙҙә хеҙмәт итергә, уларға ярҙам күрһәтергә тигән фекерҙәр әйтелде. Улар ҙа урынлы.

Шулай уҡ, күп кенә ир-егеттәребеҙ вахта ысулы менән эшләй. Уларға  эш урындары булдырыу,  йәш ғаиләләргә, күп балалы ғаиләләргә иғтибар бүлеү, уларға ярҙам итеү кеүек тәҡдимдәр әйтелде.

Хәйбулла районының был юҫыҡта нисек эшләүен  өлгө итеп алырға мөмкин. Районда “Айыҡ ҡатын”, “Шәп егет”,  “Ете ҡыҙ” проекттары уңышлы эшләп килә. Быны беҙгә лә үҙ районыбыҙҙа  ҡулланырға мөмкин. Хәмер ҡолона әүерелгән ҡатын-ҡыҙҙар менән эшләргә, күп балалы ғаиләләргә ярҙам ҡулы һуҙыу кеүек изге ғәмәлдәр күпкә отошлораҡ булыр ине.

Йыйын аҙағында иң мөһим резолюция тип, ғаиләлә башҡортса һөйләшеү билдәләнде..

Ни тиһәң дә ҡоролтай башҡорт халҡы өсөн ҡот алып килде, яңы маҡсаттар билдәләнде, бары тик донъялар тынысланып китһен, ир-егеттәребеҙ иҫән-һау йөрөһөн!

Автор:
Читайте нас: