Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Декабрь , 16:37

Яңы йыл алдынан өс көн ял көтә

Быйыл яңы йыл каникулдары 11 көн була. Улар 2025 йылға тиклем өс көн ҡалғас, 2024 йылдың 29 декабрендә башлана.

Яңы йыл алдынан өс көн ял көтә
Яңы йыл алдынан өс көн ял көтә

Хөкүмәттә раҫланған Яңы йыл һәм Раштыуа байрамдары графигына ярашлы, шәмбе, 28 декабрҙәге ял көнө дүшәмбе, 30 декабргә күсерелде. Шуға күрә йылдың һуңғы эш аҙнаһында алты көн эшләйбеҙ. Быйыл 7 ғинуарҙағы ял иһә 31 декабргә күсерелде.

Бынан алдараҡ Рәсәйҙең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Антон Котяков шәмбе, 28 декабрҙә, эш көнөн ҡыҫҡартыу ихтималлығы тураһында һорауға яуап бирҙе һәм рәсәйҙәрҙең яңы йыл байрамдары алдынан өс ял көнө булыуын иҫкә төшөрҙө.

«Беҙҙә 29, 30, 31 – өс ял көнө бар... Эшләргә лә кәрәк», — тине ул РИА Новости агентлығына.

Автор:
Читайте нас: