— Рәсәй Ҡораллы көстәренең мөмкинлектәре арта бара. Яугирҙарыбыҙҙың барыһы ла батырҙарса алыша, — тип билдәләне Путин һәм яугирҙәргә уңыштар, еңеү, өйҙәренә иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләне.
Дәүләт башлығы ВСУ-ны Курск өлкәһенән ҡыуып сығарыу көнөн әйтмәйәсәген белдерҙе, ләкин быға шик юҡ.
— ВСУ өсөн Курск өлкәһенә инеүҙән һәм унда ҡалыуҙан мәғәнә юҡ, сөнки улар үҙҙәренең иң яҡшы штурм төркөмдәрен һәм подразделениеларын шунда ебәрә. Курск өлкәһен азат иткәндән һуң зыянды баһаларға мөмкин булыр, ләкин барыһын да тергеҙербеҙ. Рәсәй властары Курск өлкәһенән күсенеп китергә теләүселәргә ярҙам итер, — тип билдәләне Рәсәй президенты.
Путин Курск өлкәһендә алышҡан яугирҙәрҙең махсус операцияла ҡатнашыусылар булараҡ аҡса алмауын етешһеҙлек тип атаны. Ул был хәлде төҙәтергә ҡушты.
Дәүләт башлығы алыҫҡа атыусы «Орешник» ракетаһы хаҡында ла һөйләне. «Орешник»ты етештереү тураһында аҙаҡҡы ҡарарҙы үҙем ҡабул иттем, тип өҫтәне Путин.
— «Орешник»тың алыҫлығы 5,5 мең саҡрымға тиклем тәшкил итә. Ракетабыҙҙы бер нисек тә бәреп төшөрөү мөмкинлеге юҡ, - тине Путин.