Йәмғиәт
26 Декабрь 2024, 07:13

Яңы йыл байрамдарында республикала хәмер һатыу тыйыла

Башҡортостанда яңы йыл байрамдарында иҫерткес эсемлектәр һатыу сикләнә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Яңы йыл байрамдарында республикала хәмер һатыу тыйылаЯңы йыл байрамдарында республикала хәмер һатыу тыйыла
Яңы йыл байрамдарында республикала хәмер һатыу тыйыла

Республика Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, магазиндарҙа ваҡытлыса алкоголь продукцияһын һатыу тыйыла: 3, 4 һәм 5 ғинуарҙа — киске сәғәт 5-тән икенсе көндөң иртәһенә (сәғәт 10-ға) тиклем; 6 ғинуарҙа — киске 5-тән төнгө 11-гә ҡәҙәр.

Был сикләү бар-ресторандарға ҡағылмай.

Автор: