2024 йыл Ғаилә йылы, Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылы билдәһе аҫтында үтте. Уҙған йылдың төп бурысы ғаилә проблемаларына иғтибар йүнәлтеү, ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу һәм демографик хәлде яҡшыртыу булды.
— Ғаилә йылы уңайынан республикабыҙҙа һәм шулай уҡ федераль кимәлдә бик күп саралар ойошторолдо. Әммә мин бөгөн улар тураһында түгел, ә ғаиләләрҙең тормошон үҙгәртергә булышлыҡ иткән ваҡиғаларға туҡталып үтер инем. 23 ғинуарҙа илебеҙ Президенты күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙам тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Һөҙөмтәлә бөтә ил буйынса күп балалы ғаилә төшөнсәһенә бер төрлө аңлатма барлыҡҡа килде һәм иң мөһиме – был статус сикһеҙ мөҙҙәткә билдәләнә, ә социаль ярҙам саралары һуңғы өс баланың ҙуры – 18 йәшкә, көндөҙгө бүлектә уҡыған осраҡта 23 йәшкә еткәнсе тиклем күрһәтелә.
Беҙҙең республикала 59 меңгә яҡын күп балалы ғаилә иҫәпләнә. Республикала күп балалы ғаиләләргә быйылғы йылдан индерелгән социаль ярҙам сараларына (ғаилә килемен иҫәпкә алмайынса) килгәндә, уларға ҡала йәмәғәт транспортында бушлай йөрөү мөмкинлеген атап үтер инем. Әйткәндәй, бындай хеҙмәт менән 20 меңдән ашыу күп балалы ғаилә файҙаланды ла инде. Тағы ла республика колледждарында көндөҙгө бүлектә түләү нигеҙендә белем алыусы студенттарға уҡыуға түләүҙең 50 процентын (30 мең һумдан артырға тейеш түгел) кире ҡайтарыу. Был да күп балалы ғаиләләр өсөн бик яҡшы ярҙам, тип иҫәпләйем. Меңдән ашыу ғаилә был ярҙам менән файҙаланды. Бынан тыш, музей, мәҙни һәм ял парктарына бушлай йөрөү мөмкинлеге булдырылған.
Бынан тыш, күп балалы ғаиләләргә бер үк өлгөләге таныҡлыҡтар биреү буйынса эш башланды. Берҙәм дәүләт хеҙмәте порталында бындай таныҡлыҡты электрон вариантта алыу мөмкинлеге булдырылған.
Күп балалы ғаиләләр аша ғына Рәсәй демографик соҡорҙан сыға аласаҡ. Шунлыҡтан беҙҙең бурыс – күп балалы ғаиләләрҙе, бала ла табып, профессиональ эшмәкәрлегендә лә уңышҡа өлгәшкән әсәләрҙе күрһәтеү. Сөнки хәҙер ҡайһы бер йәш ҡыҙҙар, иң тәүҙә карьера, һуңынан ғына ғаилә тип, бала табыуҙы кисектерәләр. Был дөрөҫ түгел, сөнки бала үҫтереү менән карьераны берләштереп алып барырға мөмкин.
2025 йылға балалы ғаиләләргә ҡағылышлы һөйөнөслө яңылыҡтарҙың береһе – әле ике һәм унан күберәк бала тәрбиәләүсе ата-әсә эшләгән осраҡта 13 процент һалым тотолһа, киләһе йылдан ул 6 процент ҡына буласаҡ. Йәғни ике һәм унан күберәк бала тәрбиәләүсе ата-әсәләр (рәсми килемдәре 1,5 йәшәү минимумынан түбән булған осраҡта) 2025 йылда тотолған һалымдың айырмаһын 2026 йылда кире ҡайтарып аласаҡ.
Бынан тыш беҙ тыуымды арттырыу буйынса программа ҡабул итәбеҙ, ул үҙе биш блоктан тора. Уларға репродуктив сәләмәтлекте нығытыу, социаль ярҙам, эшләгән ата-әсәләргә ярҙам күрһәтеү, балалы ғаиләләргә инфраструктураны яҡшыртыу, ғаилә ҡиммәтттәрен пропагандалау.
Ғөмүмән, РФ Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ғаиләләргә бар яҡлап уңайлыҡтар булдырыуҙы төп маҡсат итеп ҡуя. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та шуны талап итә, кешеләрҙе йонсотмағыҙ, ҡағыҙ һәм башҡа документтар артынан йөрөтмәгеҙ, ти ул. Ошоға бәйле 2025 йылдан балаларға берҙәм пособие тәғәйенләү шарттары камиллаша. Йәғни был пособиены алған ғаиләләргә, яңы бала тыуғандан һуң уны ҡабаттан юлларға, матди килемен баһалатырға ла кәрәкмәй, ул үҙенән-үҙе түләнәсәк.
Шулай уҡ бала ҡарау буйынса ялда булған әсәйҙәр эшкә сыға ала һәм шул уҡ ваҡытта 1,5 йәшкә тиклемге бала ҡарау буйынса айлыҡ түләү һаҡланасаҡ. Элек эшкә сыҡҡан осраҡта ул түләнмәй ине. Уның күләме лә артты, быйыл ул иң күбе 49 мең һум булһа, киләһе йылдан 65 мең һумға етә.
Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылын йомғаҡлап, Ленара Иванова:
— Был исем аҫтында үткән йылды йомғаҡлап, шуны әйтер инем, йәмәғәтселек, дәүләт эшмәкәрҙәре, эшҡыуарҙар был категория граждандарға йөҙ менән боролдо. Уларҙың проблемаларын күрҙе, аңланы, ярҙам итергә теләк белдерҙе. Ошо йәһәттән бик күп эштәр башҡарылды һәм ул бер йыл менән генә туҡтап ҡалмаясаҡ, артабан да дауам итәсәк һәм бик матур йолаларға нигеҙ һаласаҡ, – тине.
Уның әйтеүенсә, бик күп һәм фәһемле саралар ойошторолған, ҙур эштәр башҡарылған. Улар иҫәбенә министр Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн Ғаилә балын, “Ҡаршылыҡтарҙы емереп” Бөтә Рәсәй форум-күргәҙмәһен, “Салют” балалар реабилитация-белем биреү комплексының, ололар өсөн “Именлек” геронтология үҙәгенең шулай инвалидтар өсөн тегеү, аш-һыу әҙерләү, балсыҡтан әүәләү кеүек оҫтаханалары булған көндөҙгө мәшғүллек үҙәге асылыуын индерҙе.
— Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы ярҙамы менән быйыл оло йәштәге инвалидтарҙы реабилитациялау өсөн сертификаттар булдырылды һәм уның ҡушыуы буйынса “Социаль такси” хеҙмәте эшләй башланы, – тине Ленара Хәким ҡыҙы.
2025 йыл махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү йылы буласаҡ. Был йәһәттән нимәләр планлаштырылған һәм эшләнәсәк?
— Социаль ярҙам саралары мотлаҡ артасаҡ. Улар туризм мәсьәләһенә лә, белем алыуға ла, шәжәрә төҙөүгә лә ҡағыласаҡ. Иң мөһиме – алдағы йылда Еңеү киләсәк, егеттәребеҙ ҡайтасаҡ һәм улар күп буласаҡ. Беҙҙең бурыс – уларҙы көтөп алып, бергәләп эшләү, ярҙам итеү. Беҙ әле яңы ғына шундай ҡыҙыҡлы тәҡдим алдыҡ – ситтән тороп эшләү мөмкинлеге булдырыу. Был һорауҙы ныҡлап уйларға һәм ситтән тороп эшләү өсөн шарттар булдырыу сараһын күрергә тейешбеҙ. Ҡыҫҡаһы, егеттәрҙе көтәбеҙ һәм уларҙың тыныс тормошҡа тыныс ҡына ҡайтып, эшкә урынлашып, аҡса эшләп, ғаилә ҡороп йәшәү өсөн бар мөмкинлектәр булдырыу сараһын күрәбеҙ.
Ирина РЕУС, хакимиәт башлығы кәңәшсеһе, йәмәғәт лидеры.
- Уҙып барған 2024 йыл Башҡортостан Республикаһы Башлығы тарафынан Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылы тип иғлан ителде.
Асылда, был кешеләр сикһеҙ мөмкинлектәргә эйә, тик уларға ярҙам итергә кәрәк. Шул саҡта улар тулы тормош менән йәшәй аласаҡ. Социаль өлкә - кешеләр өсөн иң яҡын һәм мөһим тема. Айырым балалар тәрбиәләгән ата-әсәләр, шулай уҡ эшкә яраҡлы йәштәге инвалидтар ҙа ярҙам алырға тейеш. Беҙҙең ҡалала хәстәрлек йылы Бәләкәй принцессалар балы менән башланды, ул өсөнсө тапҡыр үткәрелде һәм инвалид балаларға тағы ла шатлыҡ, бәхет һәм илһам бүләк итте. Балаларының йөҙҙәрендә йылмайыу күреп, ата-әсәләр ҙә бәхетле.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы эксперттары тарафынан уңайлы мөхит мониторингы үткәрелә, пандустар һәм күтәргестәр кәрәк булғандар реестры яңыртыла. Социаль әһәмиәтле объекттар исемлегенә яңы, элек иҫәпкә алынмаған биналар һәм ҡоролмалар индерелә. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы, ҡаланың юл хужалығы бүлеге менән берлектә ике поликлиниканың туҡталҡалары буйлап яҙғы рейд үткәрәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙгәрештәр юҡ: туҡталҡаларҙа элеккесә "Инвалид" билдәһе булмаған автомобилдәр йөрөй, билдәләр күреү зонаһынан ситтә ҡуйылған. Автомобилдәр элеккесә дауахана ҡаласығы, балалар поликлиникаһы эргәһендәге парковкаларға иғтибар итмәй, унда "Инвалид" билдәләре ҡуйылған.
Белорет автотранспорт предприятиеһына аппарелдәр менән автобустар килә. Киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре һәм инвалид-коляскалы менән берлектә эксперттар инвалидтарҙы хеҙмәтләндереү буйынса инструктаж үткәрҙе. Юлдарҙың, туҡталыш комплекстарының, социаль әһәмиәтле объекттар эргәһендәге инвалидтар өсөн туҡталҡаларҙың торошо буйынса бер нисә тапҡыр рейдтар үткәрелә. Инвалидтар эштәре буйынса координация советының беренсе ултырышында район башлығы социаль әһәмиәтле ойошма һәм учреждениелар етәкселәре форумын үткәрергә тәҡдим итә. Уның маҡсаты - инвалид балалар, уларҙың ата-әсәләре, өлкән быуын инвалидтары менән артабанғы эштең уртаҡ тактикаһын һәм стратегияһын әҙерләү.
Дәүләт программаһы "Уңайлы мөхит" 2029 йылға тиклем оҙайтыла, тимәк, беҙҙең тын алырға ваҡытыбыҙ юҡ. Беҙ инвалидтарға уңайлы булһа, бөтәһенә лә уңайлы тигән фекерҙе иҫтә тотоп, уңайлы һәм уңайлы мөхит булдырыу буйынса эште тиҙләтергә тейешбеҙ.