Бөтә яңылыҡтар
10
Йәмғиәт
28 Декабрь 2024, 15:43

Популяр тау саңғыһы курортында туристар өсөн һалым индерелде

Популяр Абҙаҡ тау саңғыһы курортында 2025 йылдың ғинуарынан туристик һалым индерелә.

Популяр тау саңғыһы курортында туристар өсөн һалым индерелде
Популяр тау саңғыһы курортында туристар өсөн һалым индерелде

Абҙаҡ ауыл советы шундай ҡарар ҡабул итте. Беренсе йылда ставка ҡунаҡханала йәшәү хаҡынан 1% була, әммә тәүлегенә 100 һумдан да кәм түгел. 2029 йылға этаплап 5% тиклем арттырыла. Туристар өсөн һалымдан ингән аҡса туризмды үҫтереүгә йүнәлтелергә тейеш.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, яңы йылдан муниципалитеттарҙың үҙ кимәлендә туристар һалымын индереү хоҡуғы бар. Күмертауҙа, Стәрлетамаҡта, Учалыла, Бөрөлә, Белоретта, Бәләбәйҙә һәм Октябрьскийҙа ошондай ҡарар ҡабул ителде.

Автор:
Читайте нас: