Бөтә яңылыҡтар
10
Йәмғиәт
5 Ғинуар , 23:37

Төҙөлөш вагонында янып үлгән

Егәҙе ауылы халҡы Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереүселәренә көнкүреш вагоны яныуы һәм уның эсендә кеше булыуы тураһында хәбәр итә.

Төҙөлөш вагонында  янып үлгән
Төҙөлөш вагонында янып үлгән

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәр һәм ирекле янғын һүндереүселәр командаһы килгәндә 15 квадрат метр майҙан тәшкил иткән вагонды ут ялмап алған була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, унда ир кәүҙәһе табыла, уның кем булғанын асыҡлайҙар. Ваҡиға, урында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәүтикшреүесеһе һәм тәфтиш-оператив төркөм эшләй.

Йыл башынан Башҡортостанда 58 янғын сыҡҡан, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙа дүрт кеше һәләк булған, өс кеше йәрәхәтләнгән.

Йылдың һалҡын осоронда электр приборҙарын файҙаланғанда һәм мейестәрҙе яндырғанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен боҙоу менән бәйле янғындар һаны арта.

 Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә!

Төтөн ҡыуыштарын һәм мейестәрҙе башлар алдынан, шулай уҡ йылытыу миҙгеле дауамында өс айға бер тапҡырҙан да кәм булмаған күләмдә таҙартабыҙ.
Утын һәм башҡа яғыулыҡ материалдарын мейес алды битендә урынлаштырмағыҙ. Мейесте көнөнә тке-өс тапҡыр, 1-1,5 сәғәттән артыҡ түгел, ҡыҙҙырмайса ғына яғырға.
Насар торошта булған электр приборҙарын һәм электр селтәрен ҡулланырға ярамай, шул иҫәптән бер нисә ҡеүәтле электр приборҙы тоҡандырырға ярамай.
Түшәктә ятҡан килеш тәмәке тартмағыҙ, бигерәк тә эскән саҡта.
Тәмәкене көл һауытында ғына һүндерегеҙ, тәмәкене һәм шырпыны иҙәнгә ташламағыҙ.
 Һеҙҙең хәүефһеҙлегегеҙ – һеҙҙең яуаплылығығыҙ! Шуға күрә лә ут менән һаҡ эш итегеҙ.

Фото: https://t.me/bdtprb/68261.

Автор:
Читайте нас: