1.Өлкәндәргә хәбәр итергә, 101-се номерына шылтыратырға һәм адресыңды әйтергә.
2.Әгәр ата-әсә янда юҡ икән, ә эргәлә бәләкәй балалар булһа, уларҙы бинанан сығарырға.
3.Янғын сыҡҡан бүлмәнән сығып, ишекте ябырға.
4.Әгәр бүлмәләр төтөн менән тулһа, ишеккә табан шыуышып барырға.
5.Һыуланған туҡыма аша тын алырға.
6.Ҡысҡырыуҙарға яуап биреп, үҙеңде ҡотҡарыусыларға ярҙам ит.
7.Әгәр ут ишеккә юлды өҙһә, балконға сығырға, тәҙрәне асырға һәм ярҙам һорап ҡысҡырырға.
8.Әгәр ҙә килеп сыҡмаһа, ялҡын ялмаясаҡ әйберҙәр аҫтына йәшеренмәйенсә, стеналарға яҡыныраҡ торорға.
9.Мөмкинлек булһа, ваннаны тултырырға, һулыш алыу өсөн торба табырға һәм уның менән һыуға ятырға.
10.Өҫтөңдәге кейем янып китһә, йүгерергә түгел, ә тиҙ генә сисеп, һүндерергә кәрәк. Әгәр килеп сыҡмаһа, ут бик ныҡ ялмап алһа, туҡымаға (юрған, япма) ураyып, ялҡынды һүндереү өсөн иҙәнгә ятып әйләнергә.