Бөтә яңылыҡтар
10
Йәмғиәт
30 Ғинуар , 14:55

Йәмғиәттә Ватанды һаҡлаусының роле

Инйәр ауыл хакимиәте биләмәһендә Ватанды һаҡлаусылар йылына арналған  саралар үтте.

Йәмғиәттә  Ватанды һаҡлаусының роле
Йәмғиәттә Ватанды һаҡлаусының роле

Ватанды һаҡлаусылар йылы - төрлө тарихи дәүерҙәрҙә тыуған илебеҙ, еребеҙ өсөн батырҙарса һәм ҡаһармандарса көрәшкәндәрҙең иҫтәлеген хөрмәтләү өсөн бер мәлгә генә туҡтап, уларҙы хәтергә алыу ваҡыты. Был ата-бабаларҙың ҡаһарманлығын, ил азатлығы һәм бойондороҡһоҙлоғон һаҡлап ҡалыу өсөн көсөн һәм ғүмерен аямағандарҙы иҫкә алыу өсөн махсус саҡырыу. Бөйөк алыштарҙы һәм данлы еңеүҙәрҙе генә түгел, батыр яугирҙарҙың да  ҡаһарманлыҡтарын иҫкә алабыҙ. Ауыр һынауҙарға ҡарамаҫтан, Ватанға һөйөүен йөрәгендә һаҡлаған һалдаттар һәм офицерҙар, ябай кешеләр тураһында хәтер. Илебеҙҙе яҡлаусыларға ихтирам күрһәтәбеҙ, улар ҡыйынлыҡтарҙы сыҙамлыҡ менән кисереп, үҙ бурыстарына тоғро ҡалыуын әле лә дауам итә. Быйылғы йыл - үткәндәрҙе иҫкә алыу ғына түгел, киләсәк быуындар өсөн илһам, һәр беребеҙҙә булырға тейешле батырлыҡ һәм илһөйәрлек өлгөһө лә.
Башҡортостандың “Ирҙәр ҡоро” төбәк йәмәғәт ойошмаһы башланғысында үткән “Йәмғиәттә Ватанды һаҡлаусының роле” исемле семинар-конференцияһы ла Рәсәйҙә - Ватанды һаҡлаусылар, республикала Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылдарына арналды. Инйәр район мәҙәниәт йортонда үткән семинар эшендә Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостандың "Ирҙәр ҡоро" төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Зариф Байғусҡаров, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов, район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Зөлфиә Ғәлийәнова, мәғариф идаралығы начальнигы Эдуард Камалов, ауыл биләмәләре башлыҡтары һәм делегаттары, райондың урта махсус уҡыу йорттары директорҙары ҡатнашты.
Семинарҙа неонацизмға ҡаршы көрәштә төшөнкөлөккә бирелмәү, ныҡышмалы һәм берҙәм булыу мөһимлеге тураһында фекер алышынды. Ә ил, тыуған республиканың ҡеүәте - ныҡлы ғаиләлә, ата-әсәләрҙең һәм балаларҙың сәләмәт йәшәү рәүешендә, бергәләп ял итеүҙә. Әлбиттә, тәү нәүбәттә, ғаилә башлығы ҙур абруйға эйә булырға һәм балаларына яҡшы өлгө күрһәтергә тейеш.  “Ирҙәр ҡоро” төбәк йәмәғәт ойошмаһының Белорет районы бүлексәһе хәҙер инде 500-ләп ир-егеттән тора. Бында һәр ауыл биләмәһе вәкиле инә. Шулай уҡ, семинарҙа район бүлексәһенә яңы рәйес һайланды. Рәйес вазифаһын артабан Белорет металлургия колледжы директоры Рәмзил Байназаров башҡарасаҡ.
Йәмғиәттә ир-азаматтар менән бер рәттән гүзәл заттар ҙа тырышып эшләй һәм хеҙмәт итә. Был юлы ла улар йөкмәткеле, фәһемле саранан ситтә ҡалмаған. Инйәр ауыл биләмәһе ҡатын-ҡыҙ активистары конференция сиктәрендә окоп шәмдәре, ҡоро душ, кейеҙҙән яугирҙар өсөн билбауҙар эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте. “Айыҡ ауыл" конкурсының республика этабында ҡатнашыу хоҡуғы алған инйәрҙәр Ватанды һаҡлау кешеләрҙе берләштерә, тарихи еңеүҙәр милли үҙенсәлекте һәм үҙаңды формалаштыра, тип иҫәпләй. “Ватанды һаҡлау традицияларын дауам итеүселәр бөгөн дә халҡыбыҙҙы һәм дәүләтебеҙҙе яҡлауға, тыныслыҡ һәм хәүефһеҙлек һаҡлауға өлөш индерә. Тарихи хәтерҙе һаҡлау - үҙ тамырҙарын, рухи һәм мәҙәни ҡиммәттәрен, быуындар күсәгилешлеген һаҡлауға ынтылыусы йәмғиәт өсөн кәрәк”, - тине семинар-конференцияны ойоштороусылар.
Мәртәбәле сараның икенсе өлөшө Манышты ауылында дауам итте. Башҡортостандың бәләкәй генә мөйөшөндә башҡорт биатлоны ярыш ҡына түгел, ә ысын мәғәнәһендә берҙәмлек, халыҡты берләштереүсе традицияларҙы хөрмәт итеү байрамына әүерелде. Бында билдәле һунарсы Бигарыҫлан Солтанов иҫтәлегенә III республика турниры үтте. “Ирҙәр ҡоро” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Зариф Байғусҡаров башланғысында ойошторолған милли һәм этник спорт төрҙәре буйынса республика турниры һунарсының тыуған ауылында өсөнсө тапҡыр үткәрелде. Спортсылар был сараны көтөп алды, сөнки һәр кем биатлондың миҙалдар өсөн генә көрәш түгел, ә башҡорт халҡының мәҙәниәтен, традицияларын һәм берҙәмлек рухын хөрмәт итеү икәнлеген дә белә.
Ике саҡрымдай арауыҡты һунар саңғыларында үтеү, уҡ менән, пневматик мылтыҡтан атыу, һөңгө ырғытыу кеүек этаптарҙа спортсылар оҫталыҡ ҡына түгел, еңеүгә ынтылышын та күрһәтте. Хәҙер инде матур традицияға әйләнгән спорт сараһында ҡатнашырға теләүселәрҙең һаны йылдан-йыл арта, географияһы  киңәйә барыуы ла маҡтауға лайыҡ. Тимәк, был сараны ойоштороусылар башҡорт биатлоны үҫеше өсөн ныҡлы эшләй һәм ҡатнашыусыларҙың халҡыбыҙҙың милли спорт төрҙәрен, йолаларын ихтирам итеүен билдәләй.  Өсөнсө тапҡыр ойошторолған ярыштың тәүгеһендә - 46, былтырғыһында - 78, ә быйыл иһә 95 спортсы ҡатнашты. Республикабыҙҙың 12 район-ҡалаларынан килгән ҡатнашыусының иң йәшенә 7 йәш булһа, иң өлкәненә 72 йәш ине. Балалар, ҡатын-ҡыҙҙар, ир-егеттәр һәр береһе үҙ дистанцияһында йүгерҙе. Балалар араһында беренселекте Рәшид Әхмәтханов (Белорет) һәм Айлина Мәғәфүрова (Манышты) алһа, II урынды Дим Йомағужин (Манышты) һәм Сафия Мөхсинова (Белорет) яуланы. Дамир Әхмәтханов (Белорет) һәм Гөлнур Мадъярова (Учалы) финиш һыҙығын өсөнсө булып үтте. Ҡатын-ҡыҙҙарҙан Динә Вәлиева (Учалы, Наурыҙ), Гөлниса Мортазина (Уральский), Илзиә Мөхсинова (Белорет) иң етеҙе, мәргәне булды.  Ир-егеттәрҙән беренселекте Инйәрҙән Денис Сөнәғәтов береһенә лә бирмәне.  Маныштынан Алмаз Хажиәхмәтов һәм Олойылғанан Русим Рәвилов икенсе һәм өсөнсө урынды яуланы.  Еңеүселәр үҙ номинацияларында миҙалдар һәм ҡиммәтле бүләктәр алды. Шулай уҡ, атаһы махсус хәрби операция зонаһында булған Айназ Абдрахмановҡа велосипед тапшырҙылар. Ул бүләкте “Аманат” журналына яҙылып, “Яҙыл һәм от!” акцияһында ҡатнашып отҡан. Ярышты ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашҡан йәмәғәтсе, ярҙамсыл ауылдаш - мәрхүм Вәли Байрамғәлин иҫтәлегенә класташтары фонд асып, махсус приз булдырған. Был бүләкте бәйгелә ҡатнашҡан иң өлкән спортсы Рәйес Исмәғилевкә тапшырҙылар. “ЭКОлаб Урал” предприятиеһы иһә махсус бүләген иң өлкән ҡатнашыусы апайға бүләк итте. Шулай уҡ Рәйес Исмәғилев Өфөлә йәшәгән яҡташтарҙың “Артыш” йәмәғәт ойошмаһы исеменән бүләктәр тапшырҙы.
“Семинарҙы һәм башҡорт биатлонын ойоштороуҙа ярҙам күрһәткәне өсөн Раян Миһрановҡа, район мәҙәниәт йортоноң ижади коллективтарына, Башҡортостан “Ирҙәр ҡоро” төбәк ойошмаһының Белорет бүлексәһенә, Инйәр ауылының янғын һүндереү часына, Манышты ауылы халҡына һәм мәктәбе коллективына,  ҡунаҡтарҙы тирмәлә самауыр сәйе, тәмле ризығы һәм ҡайнар ашы менән һыйлап тороусыларға ярҙамдары өсөн ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Һәр ваҡыт шулай берҙәм булайыҡ”, - тиҙәр Инйәр хакимиәте коллективы.
Ә турнирҙа әүҙем ҡатнашҡандарға киләсәккә ышанысы, еңеүгә ынтылышы, сәләмәт һәм әүҙем йәшәү рәүешен һаҡлауы, ыңғай хис-тойғоларының күплеге өсөн айырым рәхмәт белдерәбеҙ.

Эльвира ХӘМЗИНА яҙып алды.

Фотолар район, Инйәр хакимиәттәре, "Башҡортостан" гәзите сайтынан алынды.

Автор:
Читайте нас: