Өфөләге 7-се полиция бүлегенә 49 йәшлек шәхси эшҡыуар мутлашыу тураһында ғариза менән мөрәжәғәт иткән. Ҡатын инвестициялау маҡсатында мутлашыусыларға 13,5 миллион һумдан ашыу аҡса биргән.
Зыян күреүсенең һүҙҙәренсә, былтыр августа ул интернет селтәрендә акцияға аҡса һалыу юлы менән еңел эш хаҡы тураһында иғлан күргән.
Ҡала ҡыҙы күсемһеҙ милек һатып алыу өсөн аҡса эшләргә ҡарар итә. Ғариза биреүсе менән инвестиция компанияһы хеҙмәткәрҙәре бәйләнешкә инә, улар уға платформала теркәлергә һәм тәүге түләүҙәрҙе индерергә ярҙам итә. Биш ай дауамында Өфөлә йәшәгән ҡыҙ ҙур күләмдә аҡсаны, шул иҫәптән кредитҡа алынғандарҙы ла индерә һәм килемдең көн һайын икеләтә артыуын күҙәтә. “Бәхетһеҙ” инвестор үҙенең аҡсаһын һәм килемен сығарырға маташҡанда, уның тырышлыҡтары уңышһыҙ тамамлана. Ҡыҙ үҙенең алданғанын аңлай һәм полицияға мөрәжәғәт итә.
Инвестиция мутлашыусыларының тағы бер ҡорбаны – Өфөлә йәшәгән 84 йәшлек ҡатын. Пенсионер Өфө ҡалаһы буйынса 3-сө полиция бүлегенә ғариза менән мөрәжәғәт иткән. Ҡатын уға билдәһеҙ номерҙан шылтыратыу килгәнен һөйләй. Әңгәмәсе үҙен Мәскәү ҡалаһынан ҙур эшҡыуар тип таныштыра һәм аҡса эшләүҙә ярҙам итергә тәҡдим итә. Шылтыратыусы ҡала ҡатынынан булған тупланмаларҙың суммаһын алдан белеп ҡала һәм артабан бөтә банк операцияларын үҙе үткәреү өсөн уларҙы курьерға тапшырырға күндерә. Тәҡдим менән ҡыҙыҡһынған граждан ҡатын, енәйәтсенең күрһәтмәһе буйынса, 1,5 миллион һум самаһы аҡса әҙерләй һәм уларҙы билдәһеҙ ҡатынға тапшыра. Әммә бынан һуң “бизнесмен” бәйләнешкә сығыуҙан туҡтай.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкәртә: таныш булмаған кешеләрҙең билдәһеҙ иҫәптәренә аҡса ебәрмәгеҙ, был йыш ҡына күңелһеҙ эҙемтәләргә килтерә, атап әйткәндә, ҙур бурыстарға һәм шәхси тупланмаларҙы юғалтыуға килтерә.
Шәхси һәм банк мәғлүмәттәрен сит кешеләргә еткерергә, шулай уҡ кодты смс аша ла әйтергә ярамай. Әгәр мутлашыусылар шылтыратһа, телефонды шунда уҡ һүндерегеҙ. Шулай итеп, һеҙ үҙегеҙҙе һәм мөлкәтегеҙҙе һаҡлап ҡаласаҡһығыҙ.
Мәғлүмәт сығанағы: Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Фото: https://ya.ru/images/search?from=tabbar&img_url=http%3A%2F%2Fcdn.culture.ru%2Fimages%2F655e0afa-81b4-5ce1-bc43-963097a6839e&lr=20259&pos=16&rpt=simage&text=мошенники