

25 августа ҡаланың иң ҙур “Жәмиғ” мәсетендә Мәүлит байрамы үткәрелде.
Күркәм сараға килгән халыҡты ҡаланың “Жәмиғ” мәсете имам-хатибы Исмәғил ахун Мөхәмәтйәнов ихлас ҡаршы алып, мәсеттең икенсе ҡатына вәғәздәр тыңларға әйҙүкләп торҙо. Ул килеүселәргә изгелек хаҡында вәғәздәр һөйләне, ололарға һәм балаларға Мөхәммәт Пәйғәмбәребеҙ, Ҡөрьән-Кәрим, ислам дине, Мәүлит кисенең ниндәй байрам булыуын, уның ҡайҙан килеп сығыу тарихын бәйән итте.
Артабан мәсеткә йыйылыусылар Исмәғил ахун менән бергәләп намаз уҡып, ошо байрамды ойоштороуҙа ярҙам иткән мосолмандарға изгелек теләп, тәм-томдарҙан һығылып торған өҫтәл янына үтте. Байрам табыны артында салауаттар әйтеп, доғалар уҡылды, ҡорбанлыҡ итенән бешергән тәмле былауҙан, гүзәл заттар әҙерләгән мул ризыҡтарҙан, сәйҙән ауыҙ иттеләр.
Ошо изге айҙа уҡылған доғалар ҡабул булып, ил-көндәребеҙҙә тыныслыҡ урынлашып, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәребеҙ иҫән-имен тыуған өйҙәренә әйләнеп ҡайтһын, тигән теләктәр әйтелде. Улар иҫәнлегенә доғалар уҡылды. Мәүлит кисәһендә әхлаҡ нигеҙҙәре, уларҙың йәмғиәтебеҙҙәге әһәмиәте хаҡында ла һүҙ алып барылды. Мәүлит байрамы матур, рухи һәм йылы мөхиттә үтте.
Байрамға йыйылғандар күңелдәрендә изгелек рухын арттырып, бер-береһенә йылы теләктәр әйтеп таралышты.
Сатура Минһажитдинова.
Автор фотоһы.