Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
20 Февраль , 13:20

Ҡотҡарыусыларҙың Ҡышҡы спартакиадаһы үтте

Ҡаланың "Олимп" физкультура-һауыҡтырыу комплексында Белорет янғын-ҡотҡарыу гарнизоны хеҙмәткәрҙәре араһында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған ҡышҡы Спартакиада үтте.

Ҡотҡарыусыларҙың Ҡышҡы спартакиадаһы үтте
Ҡотҡарыусыларҙың Ҡышҡы спартакиадаһы үтте

Ярыштарҙы асыу тантанаһы район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Зөлфиә Ғәлийәнова һәм 28-се янғын һүндереү-ҡотҡарыу отряды начальнигы Владимир Люляевтың сәләмләү һүҙҙәре менән башланды.

Спартакиадала Белорет, Учалы, Асҡар (Әбйәлил районы), Иҫке Собханғол (Бөрйән районы) янғын һүндереү-ҡотҡарыу частары,  . Белорет янғын һүндереү хеҙмәте һәм Белорет янғын күҙәтеү командаһы ҡатнашты. Ярыштар дүрт дисциплина: өҫтәл теннисы, саңғы ярыштары, йөҙөү һәм хәрбиләштерелгән янғын һүндереү эстафетаһы буйынса үтте.

Ялан кухняһы ҡатнашыусыларҙы йылы аш менән тәьмин итте. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең физик әҙерлеген һынап ҡарауҙан тыш, аралашыуҙан кинәнес, күтәренке кәйеф һәм ыңғай тәьҫораттар алды.

Көсөргәнешле ярыштарҙан һуң, Белореттың 44-се янғын һүндереү-ҡотҡарыу часы командаһы, 73-сө янғын һүндереү-ҡотҡарыу часы командаһы (Иҫке Собханғол) һәм 24-се янғын һүндереү-ҡотҡарыу часы командаһы (Учалы) юғары өс баҫҡысты биләне. Еңеүселәр һәм призерҙар кубок, грамоталар һәм миҙалдар менән бүләкләнде. Һәр йүнәлеш буйынса иң көслө спортсылар республика ярыштарына юллама алды.

"Аманат" башҡорт бейеү коллективының сағыу сығышы ярышта ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар өсөн бүләк булды.

 

Сығанаҡ: район хакимиәте. 

 

 

Автор:
Читайте нас: