Рәсәй Президенты Владимир Путин Указы менән 2024 йылдың сентябрендә булдырылған юбилей миҙалы менән районыбыҙҙың өс ветераны – Иван Лощанов, Иван Фадеев, Ольга Плохованы наградланы.
Иван Лощановҡа 98 йәш. Үҙен насар тойһа ла ҡунаҡтарҙы түҙемһеҙләнеп көтөп ала, орден-миҙалдар тағылған пиджәген кейә, әҙерләнә, ҡыҙынан фотоальбомын сығарттыра. Иван Михайлович 1944 йылда хәрби хеҙмәткә алына. 18 йәшлек егет шоферҙар курсын тамамлағандан һуң, Көнсығыш Пруссияға юллана. Кенигсберг өсөн алыштарҙа ҡатнаша. Еңеүҙе Германияның Росток ҡалаһында ҡаршылай. Ветеран тыумышы менән Өфө ҡалаһынан булһа ла, яҙмыш елдәре уны Белоретҡа килтерә, буласаҡ тормош иптәшен дә ошонда осрата. Ул өс тиҫтә йылға яҡын комбинаттың мартен цехында эшләй.
Икенсе ветеран – Иван Фадеев етәксене күтәренке кәйеф менән ҡаршыланы. 2024 йылдың ноябрендә Иван Павлович 100 йыллыҡ юбилейын билдәләгән. Ул фронтҡа 1942 йылда саҡырыла. 1943 йылдың мартында беренсе тапҡыр һуғышҡа инә, ул мәлдә яугирға 18 йәш кенә була. Һалдат Старорусский һөжүм операцияһында, Варшаваны алыуҙа ҡатнаша. Артиллерия полкы менән бөтә Европаны урап сыға. Һуғышты Рейхстаг янында тамамлай. Тирләндә тыуып үҫкән Иван Павлович ғүмеренең күпселек өлөшөн Белорет металлургия комбинатының тимер юл цехының Тирлән локомотив ремонтлау оҫтаханаһында токарь булып эшләй.
Ольга Плоховаға 104 йәш. Әлбиттә, ҡартлыҡ үҙенекен итә, әммә Ольга Андреевна бирешмәй әле. Ғәжәйеп яҙмышлы ҡатын 1941 йылда кейәүгә сыға. Ире менән ике аҙна ғына йәшәп ҡала, ул фронтҡа китә. Фронттан өс хаты ғына килә, башҡа хәбәр булмай. Медицина училищеһын тамамлағас ҡыҙ ҙа фронтҡа китә, Андрейын эҙләй. Санитар эшелонда хеҙмәт итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәштәр бер-береһен башҡаса күрмәй. Ольга Плохова ҡабаттан ғаилә ҡормай. “Ирем фронттан ҡайтыр, ә өйҙә сит кеше булыр”, - тип уйлай ветеран.
Азат Салауат улы ветерандар менән аралашты, бындай иғтибар ветерандарҙы ла битараф ҡалдырманы.
Белорет районы хакимиәте сайтынан.