Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
24 Апрель 2025, 10:09

"Үлемһеҙ полк" традицион форматта үтә

Өфөлә быйыл “Үлемһеҙ полк” акцияһы традицион форматта - марш рәүешендә була.

"Үлемһеҙ полк" традицион форматта үтә
"Үлемһеҙ полк" традицион форматта үтә

Хәрби парад һәм хәрби техника үткәндән һуң ҡатнашыусылар Галле урамы сатынан Кольская урамы сатына тиклем үтәсәк. Марш барышында рус һәм башҡорт телдәрендә "Катюша" йырын башҡарасаҡтар.

10.00 – 11.00 сәғәттә – төп колоннаны туплау һәм ҡатнашыусыларҙы йыйыу

11.00 - 11.12 сәғәттә – бөтә республикала “Тынлыҡ минуты”

11.12 – 13.00 сәғәттә – “Үлемһеҙ полк” колоннаһының үтеүе.

Маршҡа ҡушыла алмаған Башҡортостан халҡы Бөтә Рәсәй “Рәсәйҙең үлемһеҙ полкы онлайн” акцияһында ҡатнаша ала. Бының өсөн Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының йәки тыл хеҙмәтсәненең фотоһын урынлаштырырға һәм 6 майға тиклем заявканы үҙегеҙгә уңайлы ысул менән ҡалдырырға кәрәк:

– сайтта 2025.polkrf.ru (clck.ru/3Lbs5C),

– “Бәйләнештә”нең мини-ҡушымтаһы  vk.com/polk_app,

– “ОК”-ның мини ҡушымтаһы ok.ru/app/polk.

Һеҙҙең геройҙың 9 майҙағы онлайн-маршы  2025.polkrf.ru сайтында.

Автор: Эльвира Сафина.

Карточка һәм ролик: "Рәсәйҙең үлемһеҙ полкы онлайн" акцияһы ойоштороусылары.
 

Автор:
Читайте нас