Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
30 Апрель 2025, 14:46

Хәрби дан музейы экспозицияһы - Белоретта

Белоретта эш сәфәре менән Башҡортостан Республикаһының махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы рәйесе, "Батырҙар дәүере" программаһында ҡатна-шыусы Оскар Ситдыҡов һәм Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе-мөхтәсибе Айнур Бирғәлин булды.

Хәрби дан музейы экспозицияһы - Белоретта
Хәрби дан музейы экспозицияһы - Белоретта

Өфө ҡунаҡтары хакимиәт башлығы Азат Хәкимов, беренсе урынбаҫары Зөлфиә Ғәлийәнова менән осрашты. Бөйөк Ватан һуғышы һәм тыл ветерандарыны\ йорттарында булды, улар менән аралашты. Шулай уҡ, Белорет ҡала лицей-интернатын тамамлаусылар туған белем усағында булып, асыҡ диалог форматында уҡыусылар менән әңгәмә ҡорҙо. Айнур Азамат улы һәм Оскар Ихтибар улы мәктәп осоро тураһында йылы хәтирәләре менән уртаҡлашты, дуҫлыҡ, намыҫ, илһөйәрлек, шәхестең үҙ-үҙен камиллаштырыу өҫтөндә эшләү мөһимлеге тураһында кәңәштәр бирҙе.   
Һуңынан етәкселәр Геройҙар аллеяһындағы Мәңгелек утҡа гөлләмәләр һалды.
Етәкселәр үҙҙәре менән республика Хәрби дан музейы экспонаттарын да алып килгән ине. Галереяла махсус хәрби операция яугирҙары тапшырған дрон, реактив ракеталар, гильзалар һәм пилотһыҙ осоусы аппараттар, хәрби кейемдәр  ҡуйылған. Ҡала мәктәптәре уҡыусылары, махсус уҡыу йорттары студенттары экспонаттар күргәҙмәһе менән яҡындан таныша алды.

Автор: Эльвира Хамзина
Читайте нас