Һәр тарихи осорҙа эшмәкәрлеге, таланты, ҡыйыулығы арҡылы башҡорт халҡын, илен данлаған бөйөк шәхестәргә, яу ҡырҙарында тиңһеҙ ҡаһарманлыҡ ҡылған батырҙарға арналған уҙышнамәлә Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының, ҡала лицей-интернатының, 21-се мәктәптең Шайморатов кластары ҡатнашты. Уларҙы жюри ағзалары - район мәғариф идаралығының туған телдәр буйынса методисы Лариса Әхмәтшина, 21-се мәктәптә методик эш буйынса урынбаҫар, тарих фәне уҡытыусыһы Эльвира Сәфиуллина баһаланы.
Квизды ойошторған 21-се мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Баныу Астанова барыһын да тәбрикләп, командаларҙы уйын шарттары менән таныштырҙы. Өс турҙан торған интеллектуаль уйын ҡатнашыусыларҙың белем кимәлен, зирәклеген генә түгел, берҙәмлеген, командала эшләй белеү оҫталығын да һынаны.
“Урал батыр” эпосына, башҡорт ихтилалдарына, 1812 йылғы француз яуына, Бөйөк Ватан һуғышы һәм башҡа тарихи ваҡиғаларға, шәхестәргә бәйле һорауҙар уҡыусыларҙа әллә ни ҡыйынлыҡ тыуҙырманы. Милли кейем-ҡорал өлөштәрен, батырлыҡты данлаған сәнғәт әҫәрҙәрен, уларҙы ижад иткән әҙип-композиторҙарҙы ла белеү зарур ине шайморатовсыларға.
Ҡыҙыу, сәмле уйында бер команда ла һынатманы, шулай ҙа Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы уҡыусылары отҡорораҡ булып сыҡты, улар 31 балл йыйып, I урын менән баһаланды. Ә инде 21-се мәктәп һәм Белорет лицей-интернаты шайморатовсылары 21-шәр балл менән II урынға лайыҡ булды. Барлыҡ ҡатнашыусылар иҫтәлекле бүләктәр, Грамоталар менән тәбрикләнде.
- Шайморатов кластары араһында ойошторолған бындай интеллектуаль уйындарҙа, квестарҙа йыш ҡатнашабыҙ. Мәҫәлән, быйыл февралдә Өфөлә уҙған “Ҡышҡы Шайморатов уйындары”ның республика этабында IV урынға лайыҡ булдыҡ. Әлбиттә, был йәһәттән беҙгә тарих фәненә ҡыҙыҡһыныу уятҡан, төплө белем биргән уҡытыусыбыҙ Денис Рәмил улы Сәмситдиновҡа ҙур рәхмәт, - ти Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы командаһы капитаны Азамат Сәлихов.