Республика парламенты тейешле закон проектын әҙерләгән. Закон проекты ҡабул ителгән осраҡта «һуғыш балалары» дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса Күп функциялы үҙәк офистарында һәм филиалдарында сираттан тыш хеҙмәтләндереләсәк. Хәҙер улар өсөн бер тапҡыр бирелә торған түләү, шулай уҡ дәүләт гарантиялары программаһы сиктәрендә сираттан тыш медицина хеҙмәттәре күрһәтеү һәм стационар социаль хеҙмәтләндереү ойошмаларына путевка ҡаралған.
«Донъяның күп илдәрендә халыҡтың социаль яҡтан көсһөҙ төркөмдәрен, шул иҫәптән өлкән йәштәгеләрҙе һәм хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларҙы өҫтөнлөклө тәртиптә хеҙмәтләндереү тәжрибәһе бар. Бындай норма Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәрендә лә уңышлы эшләп килә», — тине Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев.
Билдәле булыуынса, әлеге ваҡытта республикала 113 меңдән ашыу һуғыш осоро балалары йәшәй.