-10 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
14 Июль 2021, 17:15

«Был, һис шикһеҙ, уңыш!»

12 июлдә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре буйынса 100 балл алған мәктәп тамамлаусылар менән осрашты.

Фото:Башинформ.

Республика етәксеһе ике фәндән юғары балл йыйған йәштәргә Башҡортостан Республикаһы Башлығының Рәхмәт хатын тапшырҙы һәм уларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Осрашыу ҡатнаш онлайн һәм оффлайн форматта уҙҙы.

Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин һүҙҙәренсә, быйылғы уҡыу йылында республикала бөтә фәндәрҙән дә тиерлек берҙәм дәүләт имтиханында уртаса балл артҡан. Шулай уҡ юғары балл йыйыусылар ҙа күп – 84 уҡыусы 99 балға яҙған.

«Уңыштарығыҙға шатмын! Һеҙгә пандемия, коронавирус сикләүҙәре ваҡытында уҡырға һәм һынау тоторға тура килде. Ләкин ныҡлап әҙерләнеп, алға ҙур аҙым яһай алдығыҙ. Был, һис шикһеҙ, уңыш,
тине Радий Хәбиров.
Хәҙер һеҙгә тормоштағы иң мөһим ҡарарҙарҙың береһен ҡабул итергә – юғары белем алыу өсөн вуз һайларға кәрәк. Күптәрегеҙ республикабыҙҙың юғары уҡыу йорттарында туҡталды. Ҡайһы берәүҙәр башҡа төбәктәргә уҡырға китә. Диплом алып, яңы белем һәм компетенциялар менән тыуған төйәгегеҙгә ҡайтһағыҙ, бик шат булырбыҙ. Әйткәндәй, Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарында уҡыуын дауам итергә теләгәндәр өсөн 150 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған премия булдырҙыҡ».

Аралашҡанда мәктәп тамамлаусылар Башҡортостан вуздарына уҡырға ингәндә льготалар, һәләтле уҡыусыларға – федераь олимпиадаларҙың төбәк этаптары еңеүселәренә матди ярҙам менән ҡыҙыҡһынды.

«Һеҙҙең менән аралашыу артабан идара итеү ҡарарҙарын ҡабул итеү өсөн бик һөҙөмтәле һәм файҙалы булды,
тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров.
– Ҡәҙерле мәктәп тамамлаусылар, һеҙҙе берҙәм дәүләт имтиханында юғары балл алыуығыҙ менән ҡотлайым һәм киләсәктә уңыштар теләйем!».
Автор:Эльвира Хамзина