+7 °С
Болотло
Һуңғы тәүлектә Башҡортостанда биш кеше яңы коронавирус инфекцияһы эҙемтәләренән донъя ҡуйған. Шулай итеп, ауырыу ҡорбандарының дөйөм һаны 666-ға еткән.
Республикала 14 июлдә сир йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 44 меңдән ашҡан (44 011 кеше). Әлеге ваҡытта Башҡортостанда 2 376 пациент коронавирусты әүҙем йөрөтөүсе тип иҫәпләнә,уларҙың 581-е стационарҙа дауалана. Ә 58 сирленең хәле ауыр, һигеҙе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына мохтаж.
Табиптар дауахананан тыш пневмония менән сирләү осраҡтарын теркәй, һуңғы тәүлектә – 133 яңы осраҡ.