Иҫтәлекле сарала муниципаль район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта,Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесенең урынбаҫары, Бѳтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, дин әһелдәре, изге эшкә ҡатнашлығы булған инициатив тѳркѳм ағзалары, Нура ҡасабаһы халҡы, уҡыусылар, ирекмәндәр ҡатнашты.
Эльвира Ринат ҡыҙы сараға йыйылыусыларға рәхмәт белдерҙе.
Үткән быуаттың 30-сы йылдарында, тѳрлѳ сәйәси енәйәттәрҙә ғәйепләнеп, Башҡортостан буйынса50 меңдән ашыу кеше репрессияға дусар ителә. 1930 йылда Башҡортостандың, Силәбе ѳлкәһенең күп кенә райондарынан меңәрләгән ғаилә Иҙел башына күсеп килә. Уларҙың барыһы ла урман ҡырҡыу эштәренә ебәрелә. Белорет районында бер нисә "спецпоселок" барлыҡҡа килә. Шулиҫәптән ҡала янындағы Нура махсус ҡасабаһы ла тѳҙѳлә.
Ул ваҡытта илдә индустриализациялау барған осор. Бушлай эшсе ҡулдар күп кәрәк була. Шуның ѳсѳн ауыл хужалығы алда барған райондарҙан тырыш, уңған, белемле кешеләрҙе ғаиләләре менән, яңғыҙҙарын да ошо урманлы яҡҡа эшкә ебәрәләр. Бында улар үҙҙәренең хеҙмәте менән Белорет металлургия заводының үҫешенә булышлыҡ итергә тейеш булалар. Нура махсус ҡасабаһы комендант етәкселегендәге ҙур булмаған концентрацион лагерь кеүек була: сәнскеле сымдар менән өс рәт итеп уратып алына, дүрт күҙәтеү вышкаһы ҡуйыла. Репрессияланғандарҙы эшкә эттәре менән һаҡсылар оҙатып йѳрѳй. 22 баракта 500 тотҡон ғаилә кѳн күрә. Эшселәрҙең күп ѳлѳшѳ металлургия заводында эшләй, яңы цехтар, барактар тѳҙѳй, ағас ҡырҡыу эштәренә йѳрѳй. Күптәре аслыҡтан,ауырыуҙан, ҡышҡы һыуыҡтарҙан, ауыр хеҙмәттән үлеп ҡала. Улар урынына яңылары килә.Бѳйѳк Ватан һуғышына махсус ҡасабанан 100 кеше фронтҡа алына. Уларҙың күбеһе Тыуған ил ѳсѳн батырҙарса һуғышып һәләк була.Нура ҡасабаһында, ҡалала репрессияланғандарҙың балалары, ейән-ейәнсәрҙәре йәшәй. Уларҙың һорауы буйынса тѳҙѳлгән инициатив тѳркѳм, сәйәси репрессия ҡорбандарының һәм нахаҡтан зыян күргәндәрҙең мәнфәғәтен һәм хоҡуҡтарын яҡлау, улар тураһында иҫтәлектәрҙе һаҡлау һәм мәңгеләштереү маҡсатында, һәйкәл тѳҙѳү ѳсѳн бер йылдан ашыу аҡса йыя һәм уны эшләтеп ҡуя. Был эш инициатив тѳркѳмгә ингән Риф Фәйзи улы Шакиров, Әлиә Әхмәтйән ҡыҙы Миниғолова, Лидия Гавриловна Репинаның иңенә ята.