Телдән-телгә күсеп, риүәйәт кеүек яңғыраған һәм күп кешеләрҙең ышанып һѳйләгән, барып доғалар, аяттар уҡып йѳрѳгән был изге ер Әүжән һәм Исмаҡай ауылдары араһында урынлашҡан. Әүжәндән 10 саҡрым үткәс, һулға 2 саҡрым бараһың.
«Урал батыр» эпосы - башҡорт халҡының бѳйѳк ҡомартҡыһы, символы, мираҫы. Әлбиттә, беҙ уны белергә, ғорурланырға һәм халыҡҡа күрһәтергә тейешбеҙ. Эпоста халҡыбыҙҙың асылы, тарихы, изгелек менән яуызлыҡ, тыуым, үлем һәм үлемһеҙлек кеүек тѳшѳнсәләр үҙенсәлекле итеп сағылдырылған. Эпостың иң башында "Дүрт яғын диңгеҙ уратҡан булған, ти, бер урын" тигән юлдар бар. Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ уйлауынса, бѳтә донъяны баҫҡан һыу ҡайтып, Донъя яралғас та ошо ерҙә иң тәүҙә башҡорттар барлыҡҡа килгән. Тәү кешеләр - Йәнбирҙе ҡарт менән Йәнбикә ҡарсыҡ, уларҙың улдары Урал менән Шүлгән. Уларҙан тыуған тоҡомдоң тормош юлы кешелектең мәңгелек булыуын иҫбатлай. Шулай уҡ башҡорттарҙың тѳйәге - Урал тауының хасил булыуы, Иҙел, Нѳгѳш, Яйыҡ, Һаҡмарҙың барлыҡҡа килеүе лә ошо эпоста телгә алына. Хәйбулла, Баймаҡ, Мәләүездән килгән әүлиәләр Урал батыр тап ошо ерҙә ерләнгән тип баралар.
Земфира Кәримова Урал батыр тарихы тураһында үҙе уҡыған мәғлүмәттәр, бик күп риүәйәттәр еткерҙе. Хѳсәйен ауылынан ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Рәйлә Иҫәнғужина ла тѳрлѳ китаптарҙан уҡығандарын беҙгә һѳйләне. "Урал батыр" эпосынан шиғыр ѳҙѳктәрен дә беҙгә яттан һѳйләп ишеттерҙеләр. Был изге ерҙе Мѳхәмәт Усман улы Түлебаев күп йылдар элек беҙгә күрһәтеп, тарихын һѳйләп ҡалдырырға тип ниәтләнә ине. Ошоғаса юл да тѳшмәне, ваҡыт та етмәй килә ине.
Урал батыр ҡәберлеге тапалмаһын тип ошо изге ерҙе таш менән уратып алып, ѳҫтѳнә ҙур итеп бура буратҡан Шығай ауылы егете Абдрахман Эниевҡа рәхмәттәр генә яуһын. Үҙәнбашта бурап, шул тиклем алыҫлыҡтан тейәтеп алып барып ултыртыуҙа аҡсаһын да, кѳсѳн дә, ваҡытын да йәлләмәгән. Афарин, башҡорт ир-уҙаманына! Ғаиләһенә именлек, иҫәнлек-һаулыҡ, ҡот-бәрәкәт теләйбеҙ.
Изге ерҙән ҡайтышлай Ҡаһарман ауылында Тамъян ырыуы башлығы Шәғәле Шаҡмандың ҡәберлегендә, Ҡаҙыш ауылына яҡын тау битләүендә Әхмәтшәриф әүлиәнең ҡәберлегендә булып, әруахтарға аят, доғалар уҡып, кѳслѳ тәьҫораттар алып ҡайттыҡ. Киләһе сәйәхәтебеҙ август айында Ирәмәлгә буласаҡ. Сентябрь айында "Урал батыр" эпосын яттан һѳйләү буйынса сараны Урал батыр ҡәберлегендә үткәрергә тип ниәтләнеп ҡайттыҡ. Земфира Кәримова етәкселек иткән алты ауыл ағинәйҙәре ошо сарала ҡатнаша ала.Аллаға шѳкѳр, күптән яумаған ямғыр ҙа, беҙҙең изге юлда йѳрѳүебеҙҙе хуплап, йомшаҡ ҡына итеп яуып үтте, беҙҙең күңелдәрҙә рәхәтлек тойғолары барлыҡҡа килде. Ошо сәйәхәтте ойошторған, беҙҙе матур тәбиғәткә алып сығып, изге ерҙәребеҙҙә йѳрѳткән Земфира Шәйхетдин ҡыҙы менән Мәүлит Зиннәт улы Кәримовҡа ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Фәрзәнә ХӘЙБУЛЛИНА,
Үткәл ағинәйҙәре етәксеһе.