Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
16 Июль 2021, 17:23

Тармаҡ яңы мәғлүмәттәргә мохтаж

“Бѳтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу тураһында”ғы Федераль законға һәм Рәсәй Федерацияһы Хѳкүмәтенең “2021 йылда ауыл хужалығы микроиҫәбен алыуҙы ойоштороу тураһында”ғы Ҡарарына ярашлы, 1-30 августа илебеҙҙең барлыҡ территорияһында ауыл хужалығы микроиҫәбен алыу үткәрелә.

Ҡануниәт билдәләүенсә, микроиҫәп алыу Бѳтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙар араһында ойошторола. Бынан алдағыһы 2016 йылда булғайны, шуға ла тармаҡ яңы һәм аныҡ мәғлүмәттәргә мохтаж. Микроиҫәп алыуҙа ауыл хужалығы ойошмалары, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары, шәхси эшҡыуарҙар, коммерцияға ҡарамаған ширҡәттәр, шәхси хужалыҡ эйәләре ҡатнаша. 2016 йылғы иҫәп алыуҙан айырмалы, микроиҫәп алыу ҡала, ҡала тибындағы ҡасаба халҡының хужалыҡтарына, шулай уҡ баҡсасылыҡ ширҡәттәрендәге участка хужаларына ҡағылмай. Белорет районында ауыл хужалығы микроиҫәбен алыуҙы үткәреү ѳсѳн Инйәр, Үрге Әүжән, Ломовка, Сермән, Сосновка һәм Тирлән ауыл хакимиәттәрендә алты инструктор участкаһы билдәләнгән. Ауылдарҙа шәхси хужалыҡтарҙа иҫәп алыуҙы 33 кеше башҡара. Улар махсус кейемдә - ауыл хужалығы микроиҫәбен алыу эмблемаһы тѳшѳрѳлгән йәшел жилетта, шул уҡ тѳҫтәге бейсболкала, Росстат эмблемалы сумка, планшет, таныҡлыҡ һәм паспорт менән йѳрѳйәсәк. Иҫәп алыу барышында алынған мәғлүмәттәр конфиденциаль, ситкә таратылмай, федераль мәғлүмәт ресурстарын булдырыу ѳсѳн генә ҡулланыла. Мәғлүмәттәрҙе эшкәртеү процесы ла һаҡлана. Дәүләт статистикаһы органдарына Рәсәй Федерацияһы субъекттарында һәм тотош муниципаль берәмектәрҙә ауыл хужалығы производствоһындағы ысынбарлыҡты сағылдырған хәлде теркәү мѳһим. Был мәғлүмәт власть органдарына һѳҙѳмтәле ҡарарҙар ҡабул итеү ѳсѳн кәрәк. Ауыл хужалығы микроиҫәбен алыуҙың тәүге һѳҙѳмтәләре - 2021 йылдың IV кварталында, һуңғы һығымта 2022 йылдың аҙағында билдәле була.

Автор:Сатура Мингажитдинова
Читайте нас: