"Транснефть-Урал" акционерҙар йәмғиәте Башҡортостан республикаһы һәм башҡа төбәктәрҙе нефть һәм нефть продукттары менән тәьмин итеп кенә ҡалмай, етештереү предприятиеһы объекттарында даими рәүештә экологик-аналитик мониторинг та уҙғара.
Был эштәрҙе предприятиеның дүрт аккредитацияланған лабораторияһында эшләгән белгестәр башҡара.
Ағымдағы йылдың беренсе алты айында улар 10,6 мең тикшеренеүҙәр үткәргән. Айырыуса һыу ресурстары контроленә ҙур иғтибар бүленә. Өҫкө һәм йыйылма һыуҙарҙы, шулай уҡ эсәр һыуҙы, скважинанан техник һыуҙарҙы тикшереү өсөн 9,7 меңдән ашыу анализдар яһала.Бынан тыш, атмосфера һауаһын тикшереү өсөн 660 проба һәм 250 тупраҡ өлгөһө алынған.
Һөҙөмтәләр буйынса "Транснефть-Урал" акционерҙар йәмғиәтенең эшмәкәрлеге экологик хәүефһеҙлек буйынса торба үткәргес транспорты өлкәһендәге талаптарға тулыһынса тап килә тип белдерҙе белгес-экологтар.
Санитар-һаҡлау зонаһы етештереү объекттары сигендә,йыйылма һәм тәбиғи һыуҙарҙа, рәсми сикләнеүле концентрацияның контролдә тотолған матдәләренең артыуы асыҡланмаған.
Предприятиела халыҡ-ара стандарттарға ярашлы ISO 14001:2015, экологик менеджмент системаһы эшләп килә. Ул тирә-яҡ мөхиткә зыян килтермәйсә,экологик талаптар буйынса эшләргә ярҙам итә.