Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
22 Июль 2021, 13:19

Башҡортостан стендын күрһәтте

Башҡортостан тәүге тапҡыр МАКС авиасалонында үҙенең стендын күрһәтте. Республика менән рәсми рәүештә Радий Хәбиров таныштырҙы.

Башинформ.
Фото:Башинформ.
«Республикабыҙҙан МАКС-2021 авиасалонында Күмертау авиация етештереү предприятиеһы, Өфө приборҙар эшләү берекмәһе, Өфө моторҙар эшләү берекмәһе, «Техпромсервис», «Авиация өсөн двигателдәр», «Өфө механика» предприятиелары, Рәсәй Космонавтика федерацияһының төбәк бүлексәһе һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты эшләй»
тине республика етәксеһе.

Башҡортостан Башлығы һүҙҙәренсә, быға тиклем республиканың ҡайһы бер предприятиеларының халыҡ-ара авиасалонда ҡатнашҡаны булһа ла, беренсе тапҡыр берләште. Төбәк «дрондарҙың буласаҡ баш ҡалаһы» тип таныштырылды.

«Республика предприятиеларына стенд ойошторорға беҙҙең Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты ярҙам итте. Күргәҙмәлә ҡатнашыусыларға стендҡа сығымдар хаҡынан 30% субсидия бүлдек, бының өсөн федераль финанслау таптыҡ. Төп бурыс – авиация-йыһан йүнәлешендә мөмкинлектәребеҙҙе һәм ҡеүәтебеҙҙе күрһәтеү. Ә мөмкинлектәребеҙ һәм ҡеүәтебеҙ бик ҙур»,
тине Радий Хәбиров.
Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: